Даирә
+24 °С
Ямғыр

ИСТИҒФАР ЕМЕШТӘРЕ

Беҙҙең халыҡ телендә: "ӘстәғфируЛлаһ", — тигән бөйөк һүҙ бар. Тик күптәр уның мәғәнәһен белмәй һәм, бәлки, аптырағанда, ғәжәпләнгәндә әйтелгән ымлыҡ һымаҡ ҡына ҡуллана. Әммә, ысынында, ул — доға, истиғфар доғаһы. Ә нимәне аңлата һуң был доға?

ИСТИҒФАР ЕМЕШТӘРЕИСТИҒФАР ЕМЕШТӘРЕ
ИСТИҒФАР ЕМЕШТӘРЕ

✅ "ӘстәғфируЛлаһ" – ул "Аллаһтан ғәфү үтенәм", тигән һүҙҙәр. Һәм, был доғаны әйтеп, кеше Аллаһтан:

 

1) уның гонаһын йәшереүен һәм
2) гонаһы өсөн яза бирмәй, уны ғәфү итеүен үтенә.

 

Ә күп итеп истиғфар доғаһын әйтеүсе иһә ошо ниғмәттәргә өлгәшер, ин шәә Аллаһ:

 

🤲 1) Гонаһтары ғәфү ителер.

 

✨"Кем берәй яуызлыҡ эшләп йә үҙенә ҡарата золом күрһәтеп (гонаһ ҡылып), шунан һуң Аллаһтан ғәфү үтенә, шул Аллаһты Ғәфү итеүсе, Рәхимле итеп табыр"✨ (Ҡөрьән, 4:110).

 

🤲 2) Гонаһтары өсөн тейеш булған яза ситкә алыныр.

 

✨"Улар Аллаһтың ғәфү итеүен үтенгәндә, Аллаһ уларҙы ғазапҡа тарттырмаҫ"✨ (Ҡөрьән, 8:33).

 

🤲 3) Уға мул ризыҡ (байлыҡ) һәм ниғмәт бирелер.

 

✨"Раббығыҙҙан ғәфү үтенегеҙ һәм Уға тәүбә килтерегеҙ — шунан Ул һеҙҙе билдәле ваҡытҡа тиклем иң яҡшы ниғмәттәр менән бүләкләр һәм һәр яҡшылыҡ эйәһенә Үҙенең йомартлығын күрһәтер"✨ (Ҡөрьән, 11:3).

 

🤲 4) Раббыбыҙҙың һөйөүенә лайыҡ булыр.

 

✨"Ысынында, Аллаһ тәүбә итеүселәрҙе ярата һәм таҙарыныусыларҙы ярата"✨ (Ҡөрьән, 2:222).

 

🤲 5) Уға һәр ҡатмарлы хәлдән сығыу юлы бирелер.

 

Быға дәлил — Ибн Ғәббәс исемле сәхәбәнең әҫәрендә:

 

"Кем һәр ваҡыт истиғфар ҡыла, шуға Аллаһ һәр ҡатмарлы хәлдән — ҡотолоу һәм һәр бәләнән сығыу юлы бирер һәм уны Ул һис көтмәгән ерҙән ризыҡландырыр".

 

📚 Әбү Дауыт йыйынтығынан.

 

🤲 6) Уға көс өҫтәлер.

 

✨"Эй халҡым, Раббығыҙҙан ғәфү һорағыҙ, шунан Уға тәүбә килтерегеҙ — һеҙгә Ул күктәрҙән мул ямғырҙар ебәрер һәм һеҙҙең көсөгөҙгә тағы көс өҫтәр. Минең дәғүәтемдән гонаһҡарҙар булып боролмағыҙ!"✨ (Ҡөрьән, 11:52).

 

🤲 7) Доғаларына яуап булыр.

 

✨"Унан (Аллаһтан) ғәфү итеүен һорағыҙ, шунан Уға тәүбә килтерегеҙ. Ысынында, Раббым — Яҡын, доғаларға яуап бирә"✨ (Ҡөрьән, 11:61).

 

ӘстәғфируЛлаһ 🤲

 

✍️ Мөслимә яҙмалары

Автор:
Читайте нас