

Аяҡтарҙа джинсы салбар, өҫтә ялтыр туника, башта сағыу төҫтәрҙәге яулыҡ – ошомо хиджәб? Тәнгә ҡуша үрелеп үҫкәндәй һығып торған күлдәк – ошомо Аллаһтың гүзәл затҡа бойорған әмере? Беҙҙең бындай хәлебеҙҙе өммәтебеҙ әсәләре, яратҡан Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡатындары, сәхәбәләр күрһә, ни тип әйтерҙәр ине? Мосолман ҡыҙы типме?
Эй мөслимә! Исламдың биҙәге һәм йөҙөк ҡашы булған, динем тип янып торған арыҫландай улдар үҫтерер мосолман ҡыҙы! Башҡаларҙан һине өҫтөн итеп, Бөйөк Аллаһ Тәғәлә һиңә Үҙенең шундай ҙур хөрмәтен, ихтирамын күрһәткән – һине хиджәб кейергә ҡарар иттергән. Хиджәб – ул һине яман күҙҙәрҙән, яуыз һүҙҙәрҙән, насар уйлы кешеләрҙән һаҡлап тороусы ҡалҡан. Ул ғына ла түгел, хиджәб арҡылы һин динен онотҡан мосолманға дине тураһында иҫләтәһең, юлыңа осраған динһеҙҙе – Аллаһ Тәғәлә, икенсе дин кешеһен Ислам тураһында уйланырға мәжбүр итәһең һәм һине күргән мөьмин-мосолман ҡәрҙәшеңдең күңелендә ҙур шатлыҡ тойғолары уятаһың. Эйе, һин үҙеңдең бер ҡиәфәтең менән генә лә шундай изге эш атҡараһың – халыҡҡа дәғүәт эшләйһең. Был – Аллаһтың һиңә мәрхәмәте, маҡтауҙарҙың барыһы тик Уға!
Хиджәб – ул оло яуаплылыҡ та. Гүйә, һин Исламдың байрағын күтәргәнһең һәм тирә-йүнгә динең тураһында бәйән итәһең. Аҙ ғына "ҡыйыш" баҫтыңмы, "Ә-ә, мосолмандар бына ниндәй!" — тип әйтергә әҙер торғандар күп кенә. Әммә бынан бер ҙә ҡурҡырға һәм хиджәбтән баш тартырға кәрәкмәй. Раббыһының ризалығына лайыҡ булырға теләгән һәр кемде Раббы Үҙе аралаясаҡ.
Хиджәб кейгән ҡатын-ҡыҙ иңендә ҡәрҙәш апай-һеңлеләре өсөн дә яуаплылыҡ ята. Яңы Исламға килгән, яңы дин серҙәренә төшөнә башлаған һәм хиджәб кейергә хыялланғандар уны үҙҙәренә өлгө итеп аласаҡ. Әгәр хиджәбтәге мөслимә ҡатын-ҡыҙ Шәриғәт ҡушҡанса дөрөҫ итеп кейенмәй икән, тимәк ул башҡаларҙы ла шулай дөрөҫ булмаған хиджәбтә йөрөргә мәжбүр итә. Матурыраҡ күренәйем, тип нәфсебеҙҙе тыңлап, алҡаларыбыҙҙы яулыҡтан тышҡа сығарып һалып, хушбуй һөртөп тышҡа сығайыҡ әле, йә муйыныбыҙҙы асыҡ ҡалдырайыҡ – белеме булмаған бүтән ҡыҙҙар шулай тейеш икән тип уйлап, шулай эшләйәсәк тә. Ә ысынында хиджәб ниндәй булырға тейеш һуң?
1-се ТАЛАП: тәндең бөтә өлөштәре лә (йөҙҙән һәм ҡул суҡтарынан башҡа) мотлаҡ ҡаплы булырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә:
"Иманлы ҡатын-ҡыҙҙарға әйт: ярамағанға ҡарауҙан тыйылһындар, намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡлаһындар, күрһәтергә яраған зиннәттәрҙән башҡаһын күрһәтмәһендәр, һәм химарҙарын күкрәктәренә төшөрһөндәр. (…) Һәм аяҡтарында ниндәй биҙәктәр йәшеренгәнен белдереү өсөн аяҡтарын бәреп атламаһындар…"
— ти (24:31).
Һәм шулай уҡ Раббыбыҙҙың:
"Эй пәйғәмбәр! Үҙ ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм иманлы кешеләрҙең ҡатын-ҡыҙҙарына әйт: джилбәбтәре менән ҡапланһындар. Был уларҙы ҡолдарҙан һәм еңел холоҡло ҡатындарҙан айырып торор, һәм улар кәмһетелмәҫ. Аллаһ – Ярлыҡаусы, Шәфҡәтле!"
— тигән һүҙҙәре лә бар (Ҡөрьән, 33:59).
2-се ТАЛАП: хиджәб биҙәүес булмаһын!
"Нур" сүрәһендә Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға үҙ матурлыҡтарын йәшерергә, сит-ятҡа күрһәтмәҫкә бойора. Бындағы «зиннәт» тигән ғәрәп һүҙе тура мәғәнәһендә «матурлыҡ» тигәнде аңлата һәм бөтә төр биҙәүестәргә лә һәм, шулай уҡ, ир-аттың иғтибарын йәлеп итерлек ылыҡтырғыс ҡупшы кейемгә лә ҡағыла. Һис һүҙһеҙ, Аллаһ Тәғәләнең гүзәл затҡа бер ылыҡтырғыс зиннәттәрҙе икенсе ылыҡтырғыс зиннәттәр менән ҡапларға ҡушыуы бөтөнләй мөмкин түгел.
Мосолман ҡатын-ҡыҙға махрам булмаған сит ир-аттар алдында нағышлы, ялтырауыҡлы, төрлө ҡиммәтле таштар һәм башҡа биҙәүестәр менән биҙәлгән кейемдәрҙә йөрөү ҡәтғи тыйыла.
"Үҙ өйҙәрегеҙҙә тороғоҙ, әүәлге йәһилиәт (наҙанлыҡ) заманындағы кеүек биҙәкләнмәгеҙ, намаҙ уҡығыҙ, зәкәт түләгеҙ, Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә буйһоноғоҙ…"
— ти Аллаһ (Ҡөрьән , 33:33).
Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ матурлығын һәм биҙәүестәрен күрһәтеп, бының менән сит-ят ирҙәрҙе үҙенә ылыҡтырыуы – иң ҙур һәм ауыр гонаһтарҙан һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ был харам ҡылыҡ тураһында иҫкәртеп:
"Өс төр кеше тураһында һорап тороу ҙа кәрәкмәй. Беренсеһе – мосолмандар йәмәғәтен ҡалдырған, үҙ имамына буйһонмаған һәм ошо хәлендә үлеп киткән кеше. Икенсеһе – үҙ хужаһынан ҡасҡан килеш үлгән ҡол. Өсөнсөһө – тормош иптәше уны бөтә нәмә менән тәьмин итеп тә, ире өйҙә юҡ саҡта биҙәнеп-төҙәнеп урамға сыҡҡан ҡатын", — тигән.
3-сө ТАЛАП: кейемдән хушбуй еҫтәре сығырға тейеш түгел.
Ҡатын-ҡыҙҙың урамға хушбуй һөртөп сығыуын тыйыусы сахих хәҙистәр бик күп. Мәҫәлән, Аллаһ рәсүле ﷺ әйткән, тип хәбәр ителә: "Ниндәй ҙә булһа ҡатын-ҡыҙ хушбуй һөртөнөп тышҡа сыға һәм ирҙәр янынан, минең хушбуйымдың еҫен тойһондар, тип үтә икән, ысынында, ул ҡатын-ҡыҙ – зинасы (русса – прелюбодейка)".
4-се ТАЛАП: кейем тар һәм тәнгә һылашып торған булмаһын.
Имам Әхмәдтең "Мүснәд" китабында шундай хәҙис килтерелә: "Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ үҙенә бүләк ителгән ҡалын киндер күлдәкте Усама ибн Зәйдҡа бирә, ә ул иһә был күлдәкте үҙенең ҡатынына бүләк итә. Бер ваҡыт Аллаһ рәсүле ﷺ Усама ибн Зәйдтән: "Ни булды, ниңә һин теге күлдәкте кеймәйһең?" — тип ҡыҙыҡһына. "Йә Аллаһ рәсүле! Мин бит уны ҡатыныма бүләк иттем", — ти Усама. Был яуапты ишеткәс, Пәйғәмбәр ﷺ: "Бар, ҡатыныңа ул күлдәктең аҫтынан берәй нәмә кейергә ҡуш, юҡһа уның тән төҙөлөшө беленеп йөрөйҙөр тип ҡурҡам", — тип сәхәбәһен ҡайтарып ебәрә.
Мөслимәнең кейеме тән төҙөлөшө беленмәҫлек киң булһын!
5-се ТАЛАП: кейемегеҙ тығыҙ, үтә күренмәгән туҡыманан булһын.
Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ шулай тигән: "Мин әлегә тиклем Тамуҡ әһелдәренән ике төр кешеләрҙе күргәнем булманы: берәүҙәре – ҡулдарына һыйыр ҡойроғона оҡшаған ҡамсы тотоп башҡаларҙы туҡмаусылар; һәм икенселәре – үҙҙәре кейенгән дә һәм шул уҡ ваҡытта яланғас та булған ҡатын-ҡыҙҙар. Был ҡатын-ҡыҙҙар, ир-аттарҙы үҙҙәренә ылыҡтырыу өсөн, атлағанда эйелеп-бөгөләләр һәм башҡаларҙы ла шуға саҡыралар, ә үҙҙәренең баштары – сайҡалып барған дөйә үркәсе кеүек. Был ике төркөм Йәннәткә инмәҫ, хатта Йәннәттең бик алыҫ аранан һиҙелеп торған еҫен дә татымаҫ" (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
6-сы ТАЛАП: кейемегеҙ ирҙәр кейеменә оҡшамаһын.
Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) һүҙҙәренән: "Аллаһ рәсүле ﷺ ҡатындарға оҡшарға тырышҡан ирҙәрҙе һәм ирҙәргә оҡшарға тырышҡан ҡатындарҙы ләғнәтләне", — тиелә (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Салбар кейеүгә ҡарата иһә шәйх Абдурраззаҡ Әл-Ғафифи шулай тип фәтүә бирә: "Ҡатын-ҡыҙға салбарҙы тәнде тулыһынса ҡаплап торған оҙон күлдәк аҫтынан кейергә рөхсәт ителә. Сөнки был осраҡта салбар күренмәй, һәм ҡатын кеше ир-егеткә оҡшаған һымаҡ булмай".
7-се ТАЛАП: кейем маһайыу ниәтенән кейелмәһен.
Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ әйткән, тип хәбәр ителә: "Кем дә кем эрелек һәм маһайыу тыуҙырыусы кейем кейә икән, Аллаһ Тәғәлә уны Ҡиәмәт көнөндә шундай уҡ кейем кейҙереп Тамуҡ утында яндырыр". Был хәҙистә һүҙ кешенең башҡалар алдында өҫтөн булырға теләп кейгән кейеме тураһында бара. Кейгән ҡыйбатлы кейемең менән үҙеңдең байлығың һәм дан-шөһрәтең тураһында "ҡысҡырырға" һәм маҡтанырға ярамай. Был талап ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ир-егеттәргә лә ҡағыла.
8-се ТАЛАП: кейемегеҙ кафырҙар кейеменә оҡшамаһын.
"Кем икенсе халыҡҡа оҡшарға тырыша – ул шул халыҡтан", — тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (Әбү Дауыт йыйынтығынан, сахих хәҙис). Ә Ҡөрьәндә Бөйөк Аллаһ былай тигән:
"Иманлыларға, Аллаһты һәм хаҡиҡәттән уларға төшөрөлгәнде иҫкә алғанда, күңелдәре буйһонор һәм Китап элек бирелгән кешеләр (йәһүдиҙәр һәм насраниҙар) кеүек булмаҫҡа ваҡыт етмәнеме һуң? Оҙаҡ ваҡыт үтеүҙән уларҙың (йәһүдиҙәрҙең һәм насраниҙарҙың) күңелдәре ҡатты, һәм уларҙың күбеһе боҙоҡ"
(57:16).
Ибн Кәҫир был аятҡа шундай тәфсир килтерә: "Был һүҙҙәр менән Аллаһ Тәғәлә иман килтереүселәрҙе мөһим һәм ныҡ мөһим булмаған дәрәжәләге һорауҙарҙа ла йәһүди һәм насраниҙарға (христиандарға) оҡшауҙан тыйҙы". Ә шәйхүл-ислам Ибн Тәймийә иһә ошондай аңлатма бирә: "Был аятта ниндәй башланғыста булһа ла кафырҙарға оҡшарға тырышыуға ҡәтғи тыйыу һалынған".
Яулыҡ ябынып, сәсте генә йәшереү – шул була ла инде "хиджәб", тип уйлап, белмәгәнлектән, башҡа яҡтарына Ислам күҙлегенән тыйылған әйберҙәр (мәҫәлән, тән өлөштәрен белендереп торған күлдәк) кейеп урамға сығыусылар бар шул. Ошоноң кеүек осраҡтарҙа һәр мосолман үҙ ҡәрҙәшенә көҙгө һымаҡ булһын ине. Өндәшмәй ҡалырға түгел, ә – хаталанған апаймы ул, үҫмер ҡыҙмы – башҡалар алдында йөҙөнән алмай, үҙенә генә ипле һәм матур итеп әйтергә, аңлатырға кәрәк.
Үҙ талаптарына яуап бирерлек хиджәб алырға мөмкинлектәре сиклеләр һәм шул сәбәпле Исламға килгәнгә тиклем кейгән кейемдәрендә йөрөргә мәжбүрҙәр ҙә була. Ә мохтажлыҡ кисергән дин ҡәрҙәшенә һәр мосолман хәленән килгәнсә ярҙам итергә бурыслы.
Барыбыҙға ла дин талаптарына яуап биргән хиджәбтәр кейергә һәм Аллаһ Тәғәләнең ризалығына лайыҡ булырға яҙһын! 