

*Яуап:* Бында оронсоҡ (проблема) уларҙа түгел, ә һеҙҙең үҙегеҙҙә. Аллаһ бойорһа, намаҙ уҡый башлаһағыҙ, уларҙың хәлен аңларһығыҙ, ин шәә Аллаһ. Пәйғәмбәрҙең ﷺ сәхәбәләре араһында ла элек эсеп йөрөгән, зина ҡылған кешеләр булған, әммә был уларға төҙәлергә, тәүбәгә килергә, иманлы булып китергә кәртә булмаған. *"Ислам ҡабул итеү элекке бөтә гонаһтарҙы юя"*, — тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Шуға һеҙҙең "йәнегеҙҙе көйҙөргән" ул кешеләрҙең гонаһтарын Аллаһ Тәғәлә, бәлки, инде ғәфү иткәндер, ин шәә Аллаһ. Дөрөҫөн әйткәндә, әлеге мәлдә үҙегеҙҙең хәлегеҙ һеҙҙе нығыраҡ ҡайғыртырға тейеш. Намаҙҙар уҡымайынса үлеп китһәгеҙ, Ҡиәмәт көнөндә яуап биреүе бик-бик ауырға тура киләсәк. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе намаҙһыҙ үлеүҙән һаҡлаһын!