Тегеләр ҡушҡанды үтәргә тип шаҡтай ҙур баҡсаға инеп китәләр. Береһе, өҫтөнә йөкмәгән вазифаһына бик яуаплы ҡарап, ҡапсығын баҡсала өлгөргән ниғмәттәр менән тултыра; икенсеһе, яртылаш ҡына тултырғандан һуң: “Эй, ярамаған тағы!” – тип, ҡапсыҡтың икенсе өлөшөнә тиҙ генә сүп-сар тултырып “эшен бөтөрә”; өсөнсөһө иһә, бөтөнләй эшләйһе килмәйсә: “Батша абҙарға барып барыбер ҡарап-тикшереп йөрөмәҫ, ниңә интегеп ваҡыт үткәрәйем?” – тип, ҡапсығын тулыһынса таш һәм сүп-сар менән тултыра ла бәйләп ҡуя.
Бер аҙҙан был кешеләр ҡапсыҡтарын абҙарға тапшыра. Ҡайтып китергә тип баҡсанан сығып барғанда, уларҙы кинәт тотҡарлайҙар һәм әйтәләр:
- Батшабыҙ һеҙҙе бер айға зинданға ябырға әмер бирҙе. Шул ваҡыт дауамында һеҙ ҡапсыҡтарығыҙға йыйған аҙыҡ менән туҡланырға тейеш булаһығыҙ!
Батша бойорғанды намыҫ менән башҡарған кеше шунда: “Әлхәмдү лилләһ, ярай әле, тырышып, бер ай туҡланырлыҡ ризыҡ тупланым”, – тип һөйөнә. Ҡапсығын яртылаш ҡына тултырғаны: “Их, ниңә батша ҡушҡанды еренә еткереп үтәмәнем икән?” – тип үкенә, ә өсөнсөһө... бик хафаланып, хатта тетрәнеп ҡайғыға төшә.
Бына был донъяла ла бөйөк Батшабыҙ Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә сауап йыйыр өсөн “ҡапсыҡ” тапшыра, кешеләр иһә, нәҡ юғарыла әйтелгәнсә, өс төркөмгә бүленәләр. Әммә һөҙөмтәһе – фәҡәт үҙҙәренә әйләнеп ҡайтасаҡ...
https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-04-03/s-apsy-4183186