Даирә
+24 °С
Ямғыр

Ураҙа яҡшы дауа

Изге Рамаҙан айында ураҙа тотоу намаҙ, шәһәҙәт, саҙаҡа һәм Мәккәгә хаж ҡылыу менән бер рәттән исламдың биш ҡанунының береһе булып тора. Был ризыҡтан тыйылыу ғына түгел, ә күңел таҙарыныу һәм рухи үҫеш ваҡыты.

Ураҙа яҡшы дауаУраҙа яҡшы дауа
Ураҙа яҡшы дауа

Изге Рамаҙан айында ураҙа тотоу намаҙ, шәһәҙәт, саҙаҡа һәм Мәккәгә хаж ҡылыу менән бер рәттән исламдың биш ҡанунының береһе булып тора. Был ризыҡтан тыйылыу ғына түгел, ә күңел таҙарыныу һәм рухи үҫеш ваҡыты.
Ураҙа тотоу иммунитетты күтәрә. Ауыҙ асыу ваҡытында (ифтар) һәм иртәнге аштан ауыҙ итер алдынан (сәхәр) баланслы диета һаҡларға кәрәк. Тикшеренеүҙәргә ярашлы, был ваҡытта аҙыҡтан тыйылыу шешеү процестарының һәм аллергия реакцияларының кәмеүенә һәм хатта юҡҡа сығыуына килтерә.
Ураҙа тотоу дөрөҫ үтәлһә, кеше талап ителгәндән артыҡ ашамаһа, аш һеңдереү системаһы ял итә. Был йыллыҡ көсөргәнешле эштән һуң ашҡаҙан-эсәк юлын тергеҙергә мөмкинлек биргән үҙен­сәлекле ял ул.

Беренсе этап - организмдың яңы режимға яраҡлашыуы.
Организмдың яңы режимға яраҡ­ла­шыуы арҡаһында тәүге 10 көн иң ауыры тип иҫәпләнә. Был осорҙа ризыҡ булмағанлыҡтан, организм эшләр өсөн бауыр­ҙағы энергия запасын файҙалана. Был ваҡытта кеше үҙен хәлһеҙ һәм йоҡо етмәүен тоя.

Икенсе этап
Организм энергия запасын майлы туҡымаларҙы тарҡатыу юлы менән тотона башлай. Ошо көндәрҙә ауырлыҡты юғалтыу күҙәтелә.

Өсөнсө этап - таҙартыу процесы
Был осорҙа организм шлактан һәм токсиндарҙан таҙара. Еңеллек, дәрт, кү­тәренкелек тойғоһо барлыҡҡа килә, хәтер, концентрация һәм иғтибар яҡшыра.
30 көндән ашыу ураҙа тоторға кә­ңәш ителмәй. Артабан организм аҡ­һымдарҙы айырыу юлы менән энергияны файҙалана башлай. Был осорҙа кеше мускул массаһын юғалта башлауы мөмкин, ә аҙыҡта артабанғы сикләүҙәр организмға зыян килтерәсәк.
Ураҙаның етенсе көнөнә ҡандан юғары миҡдарҙа ацетон бүленеп сыға, ул кислород етмәү, ауыҙҙан ацетон еҫе, температураның күтәрелеүе рәүешендә сағылыр­ға мөмкин. Бер көндән был билдәләр юғала, организм ҡабаттан тергеҙелә һәм ашау-эсеүгә би­тараф­лыҡ барлыҡҡа килә. Организм барлыҡ ауы­рыуҙарҙы һәм уға кәрәкмәгән­дә­рен бөтөрә башлай. Былар - ауырыу күҙәнәктәр, артыҡ углеводтар, май. Энергия бөтә тән өлөштәренә, иң мө­һим ағзаларға - мейегә һәм йөрәккә - тигеҙ бүленә.
Ураҙа тотоу сәләмәт туҡланыр­ға һәм йәшәү рәүешенә өйрәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек, шулай уҡ ул насар ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итә.

Автор:Дина Ишматова
 
 
Автор:
Читайте нас