Ураҙа тотҡандарҙы саҡырып ауыҙ астырыу - ифтар үткәреү иң изге ғәмәлдәрҙән һанала.
“Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер”, – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә.
Ауыҙ астырған кеше, ғаилә өсөн уҡыла торған доғалар ҙа бар:
1. “Ә́фтара ғи́ндәкүмүс-сааьимүүн, үә ә́кәлә тағәәмәкүмүл-әбраар, үә са́лләт ғәлә́йкүмүл-мәләәьикәһ”.
Мәғәнәһе: “Һеҙҙә ураҙа тотҡандар ауыҙ асһын, тәғәмдәрегеҙҙе изге бәндәләр ашаһын һәм фәрештәләр һеҙгә салауат әйтеп торһон!”
2. “Аллааһү́ммә бәәрик ләһүм фиимәә разә́ҡтәһүм, үәғ-фир ләһүм, үәр-хә́мһүм”.
Мәғәнәһе: “Эй Аллаһ! Уларға биргән ризығыңды бәрәкәтле ит, уларҙы Үҙең ярлыҡа һәм Үҙең рәхмәт итә күр!”
Ифтар үткәрәйек, Рамаҙан айында бер-беребеҙгә тағы ла иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булайыҡ, ураҙаларыбыҙ ҡабул ителһен!
3 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса.