Ураҙаның унынсы көнөнә организм тулыһынса үҙгәреш кисерә, аҙыҡҡа битарафлыҡ, эске азатлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә. Организм үҙендәге ауырыған һәм кәрәкмәгән бөтә нәмәне йота башлай. Был - ауырыу күҙәнәктәр, артыҡ углеводтар, май ҡатламдары.
Ашҡаҙан, аш һеңдереү тракты ял итә. Ағзалар, ҡан тамырҙары таҙара, шеш эмбриондары юҡҡа сыға. Ҡан, микро кимәлдә ҡатмарлы операциялар яһаусы иң яҡшы хирург һымаҡ, бөтә ағзаға үтеп инеп, тәндең һәр күҙәнәген таҙарта. Бауыр сүп-сар эшкәртеү заводы кеүек эшләй һәм иң яуаплы йөктө үҙ өҫтөнә ала.
Ураҙа йәшәртә, ауырығандарға һауығырға ярҙам итә. Энергия бөтә ағзаға тигеҙ бүленә, һығылмалылыҡ барлыҡҡа килә, хәрәкәтсәнлек арта. Тырнаҡ, сәс нығына, быуындар ауыртыуы бөтә.