Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
31 Ғинуар 2025, 03:55

Бөгөн шәғбән айы башланды

Ислам динендә ул иң ҡиммәтле айҙарҙың береһе тип һынала. Был изге айға ҡарата Пәйғәмбәребеҙҙең тормошонан күп хәҙистәр еткерелә.    

Бөгөн шәғбән айы башландыБөгөн шәғбән айы башланды
Бөгөн шәғбән айы башланды

Бөгөн ҡояш байыу менән Шәғбән айы инде. Ислам динендә ул иң ҡиммәтле айҙарҙың береһе тип һынала. Был изге айға ҡарата Пәйғәмбәребеҙҙең тормошонан күп хәҙистәр еткерелә.

Шәғбән айында Пәйғәмбәребеҙ  куп ураҙа тотҡан, ул изге Рамаҙан айына үҙенсәлекле әҙерләнеү булып тора.

Анас ибн Мәликтән еткерелә:"Бер мәл Пәйғәмбәребеҙҙән һорағандар? Рамаҙан айынан башҡа ураҙа тотоуға иң киммәтле ай ниндәй? Ул яуаплаған: Шәғбән айында, Рамаҙанды ҡаршы алыу булараҡ".

Ислам динендә Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙары — изге айҙар, тип ҡабул ителгән. Пәйғәмбәребеҙ: "Рәжәб — Аллаһтың үҙ айы, Шәғбан — минең айым, Рамаҙан — өммәтем айы", — тигән. Шәғбан айы — һижри иҫәп менән йылдың һигеҙенсе айы. Был изге айҙа күп тапҡыр салауаттар әйтергә, "Ихлас" сүрәһен, тәһәжжүд, нәсбих намаҙҙарын уҡырға тәҡдим ителә.
"Гонаһтарығыҙҙың бөтәһенән дә тәүбәгә килегеҙ, истиғфәр итегеҙ. Рамаҙан айына гонаһтарығыҙҙан пакланып инегеҙ!», — тигән пәйғәмбәребеҙ. Әгәр ҙә кем дә булһа берәү Шәғбан айында ураҙа тотһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә йәннәттән урын бирер. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: был айҙа барлыҡ изге эштәр өсөн әжер күберәк, әммә был айҙа ҡылынған гонаһтар өсөн дә язаһы артырға мөмкин.
Шәғбән айының 15-һенә ҡараған төнө Бәраәт кисе тип атала. Был кистә мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап, ихлас күңелдән доғалар күп уҡыла. Ошо кисте ҡаршылар алдынан күп изгелектәр ҡылып ҡалыу, мохтаж кешеләргә хәйер-саҙаҡалар биреү сауаплы. 

Сығанаҡ: Иман нуры

Автор:
Читайте нас