Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
30 Ғинуар 2025, 09:27

Әҙәптең төбө - ғәҙәт

Самалап һөйләү – әҙәплелек билдәһе.

Әҙәптең төбө - ғәҙәтӘҙәптең төбө - ғәҙәт
Әҙәптең төбө - ғәҙәт

 Үҙ-үҙен тота белмәү – кешенең иң ҙур кәмселеге. Балалары, дуҫтары, таныштары алдында ирен тәнҡитләүсе ҡатын йәки ҡатынын “аҡылға ултыртыусы” ир; үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәргә һауалы ҡарап, тупаҫ һөйләшеүсе етәксе башҡаларҙа ниндәй тәьҫир ҡалдыра ала.
 

“Рәхмәт”, “зинһар өсөн” һүҙҙәрен ҡулланыуҙан тартынмағыҙ. Инсафлылыҡ, итәғәтлелек яһалма булырға тейеш түгел, ысын йөрәктән сыҡһа ғына – ул ҡәҙерле.

Үҙенән көсһөҙҙәргә йылы ҡараш, ярҙамға килергә әҙер булыу кешенең даими ғәҙәтенә әйләнергә тейеш.

 “Күп һүҙ – сүп һүҙ” тигән фәһемле әйтем бар. Самалап һөйләү – әҙәплелек билдәһе.

 Тыңлай белеү – һоҡланғыс сифат. Һөйләшкәндә кешене бүлдереү, уға фекерен әйтеп бөтөргә ирек бирмәү – тәрбиәһеҙлекте күрһәтә.
 

Тыныс, аҡыллы, сабыр, тотанаҡлы кеше һәр кемдең йөрәгенә юл табыр, дуҫтары күп булыр.

 

Рухиәт, доғалар төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас