Ғәүрәтте ҡаплау намаҙҙың шарты булып тора. Шуға күрә намаҙ уҡығанда хиджаптан булыу мотлаҡ. Намаҙ шарттары үтәлһә, ул ҡабул булыр, иншаллаһ.
- Тик шуны ла оноторға ярамай: ҡатын-ҡыҙ намаҙҙан тыш ваҡытта ла яулыҡта балырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә был хаҡта – Ҡөрьәндә, ә Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә хәбәр итә. Ғалимдар ҙа ҡатын-ҡыҙҙың өҫ-башы ҡапланған булырға тейеш, ти.ң
- Әммә төп фекер: намаҙ менән хиджабтың хөкөмө төрлө. Йәғни, мөслимәгә намаҙ уҡымағаны өсөн – айырым, яулыҡһыҙ йөрөүе өсөн айырым гонаһ яҙыла. Намаҙ уҡыу ҙа, хиджаб кейеү ҙә – фарыз ғәмәлдәр. Ҡатын-ҡыҙ көндәлек тормошта яулыҡһыҙ йөрөһә лә, бер үк намаҙын ташламаһын, намаҙында ныҡлы булһын. Әгәр күңелендә изгелеге, ихласлығы булһа, Аллаһтың рәхмәте менән хиджаб кейеүгә лә килер. Аллаһтың рәхмәте киң.
Аллаһ Ҡөрьәндә: “Намаҙ кешене яманлыҡтан һәм гонаһтарҙан һаҡлар,” – ти. Шуға күрә еренә еткереп башҡарылған намаҙ кешене яҡшы яҡҡа үҙгәртә.
"Бәхетлеләр календары"нан.