Тәрбиә биреү йәһәтенән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ тормошо – бик яҡшы үрнәк. Ул балалар менән гел үҙе башлап сәләмләшкән, хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһынған, уйнаған, шаярған. “Балаларға бүләк бирегеҙ. Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”, – тип өйрәткән.
Риүәйәт ителеүенсә, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бер мәл яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. Аллаһтан бәрәкәт биреүен һорап, доға ҡылғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ емештәрҙең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға ҡаптырған. Бер мәл Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, хөтбәһен ҡапыл туҡтатып, минбәрҙән төшөп, ейәндәрен күтәреп алған да кире менгән.
Тағы бер хәҙискә иғтибар итәйек. Йәмәғәт менән уҡылған намаҙ ваҡытында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәждәнән оҙаҡ тормағас, сәхәбәләрҙән берәү башын күтәреп ҡараған да уның арҡаһында бала ятыуын күргән. Намаҙҙан һуң кешеләр: “Эй, Аллаһтың илсеһе! Намаҙҙың уртаһында һин оҙаҡ сәждәлә ҡалғас, берәй нәмә булып киттеме, әллә һиңә үәхи киләме икән, тип хәүефләнә башланыҡ”, – тигәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Юҡ, ундай нәмәләрҙең береһе лә булманы. Ейәнем өҫтөмә менеп ултырҙы ла, мин уны, уйнап туйһын тип, ҡабаландырмаҫҡа тырыштым”, – тип аңлатҡан.
Бына ошо миҫалдарға ҡарап ҡына ла Исламда балаға иғтибарҙың ни тиклем мөһим булыуын аңларға мөмкин.