ЗӘМ-ЗӘМ ҺЫУЫНЫҢ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ
Ер йөҙөндә Зәм-зәм һыуынан таҙараҡ һыу юҡ. Сүллек уртаһында Аллаһ Тәғәлә теләге менән сыға башлағандан бирле, был сығанаҡ үҙенең бәрәкәтле һыуы менән хаж һәм ғөмрә ҡылырға килеүсе мосолмандарҙы ләззәтләндерә. Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә صلى الله عليه وسلم Зәм-зәмде туҡлыҡлы һәм күп сирҙәрҙән дауа, тигән. Хәҙерге фән дә уның уникаль булыуын дәлилләй.
Ни өсөн «Зәм-зәм»?
Ғәрәп теленең лингвистикаһына ярашлы, «Зәм-зәм» һүҙе «зәмә» тигән ғәрәп ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Был һүҙ «бәйләү» тигәнде аңлата. Ибраһим пәйғәмбәрҙең ҡатыны Һәджәр нәҡ ошо һүҙҙе әйтеп, урғылып сыҡҡан һыуҙы туҡтатырға маташҡан. Мөхәммәт пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم: «Зәм-зәм сығанағы шулай атала, сөнки Һәджәр сығанаҡ тирәләй ҡаршылыҡ яһап, һыу ағымын туҡтата. Юғиһә, һыу ташып сығып, бөтә тирә-яҡты тултырыр ине», - тигән.
Зәм-зәм һыуының файҙалы үҙенсәлектәре
Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم: «Зәм-зәм һыуын эсеүсе уны нимә өсөн эсһә, шуға өлгәшәсәк», - тигән (Әхмәд, Ибн Мәджә хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Тағы ла: «Ерҙәге иң яҡшы һыу – Зәм-зәм һыуы. Ул тәмле һәм сирҙәрҙән дауалай».
Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын): «Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم һыуҙы яҡындарына килтереп, уның менән сирлеләрҙе ҡойондорор һәм эсерер ине», - тигән (Тирмиҙи, Бохари хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Пәйғәмбәрҙең صلى الله عليه وسلم яратҡан сәхәбәһе – Әбү Зәрр әл-Ғифәри (Аллаһ унан риза булһын): «Зәм-зәм һыуынан башҡа бер аҙығым да булмаған килеш утыҙ көн һәм төн уҙғарҙым. Мин һис асыҡманым һәм шул тиклем һимерҙем, хатта эсем сығып китте», - тигән (Мөслим йыйынтығынан).
Зәм-зәм һыуы менән Мәккәнән ситтә лә файҙаланырға була, сөнки ул саҡта ла ул үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлай. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа уны тултырып алып ҡайтыр булғандар, һәм ул үҙенең иң күркәм сифаттарын һис юғалтмаған.
Зәм-зәм һыуы медицина күҙлегенән
Доктор Әхмәд әл-Мөһәндис: «Зәм-зәм һыуы – иң таҙаһы, һәм был Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (русса – ВОЗ) тарафынан да раҫланған», - ти. Докторҙың белдереүенсә, Зәм-зәм һыуы таҙа, уның тәме, төҫө һәм еҫе юҡ, әммә, составында водород булыу сәбәпле, самалы ғына үҙенсәлекле тәме бар, ә составындағы натрийҙың күберәк булыуы бөтә талаптарға яуап бирә.
Нейтрон анализ ярҙамында Зәм-зәмде тикшергән Америка ғалимдары унда 30 химик элемент, шул иҫәптән тимер, марганец, баҡыр, кальций, магний, хлоридтар һәм сульфаттар барлығын асыҡлаған.
БҒӘ-нән химик Ғәҙел Ғәтыййә изге һыуҙың химик анализын эшләй һәм һөҙөмтәләрен «Әл-Иттихәд» гәзитендә баҫып сығара. Уларҙан күренеүенсә, Зәм-зәм һыуы бер ниндәй ҙә химик йәки тәбиғи эшкәртеүгә дусар ителмәй, унда зарарлы ҡушылмалар һәм органик матдәләр юҡ. Шулай уҡ унда һаулыҡҡа зыянлы булған фосфаттар, нитраттар һәм зарарлы металдар булмай. Уның ҡарауы, организмға файҙалы булған микроэлементтар күп. Зәм-зәм сығанағы ошоғаса бөтмәгәне һәм уның һыуы йыл һайын миллионлаған (!) хажиҙарҙың ихтыяжын ҡаплауға етеп торғаны менән айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уның уникаллеге һәм файҙалы булыуы күп ғалимдар тарафынан танылған.
Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: Зәм-зәм һыуы – тәбиғи һыу, һәм ул хлорланмай. Ғәҙәттә, тәбиғи һыуҙа бәшмәктәр һәм бактериялар була, һәм улар һыуҙың тәмен үҙгәртәләр. Әммә Зәм-зәмдә улар юҡ. Бындай иҫ киткес шифалы йоғонтоноң ҡайҙан барлыҡҡа килеүен ғалимдар һаман да аңлап етмәй. Сөнки Зәм-зәмдең составы ла ғәҙәттән тыш хәл тип һаналмай. Тимәк, уның шифалау һәләте Илаһи көстән энергия алыу ярҙамында барлыҡҡа килеүендә шик ҡалмай.
Зәм-зәм менән шифаға өлгәшеү осраҡтары
Хажиә Ясра Абдуррахман үҙе менән булған бер мөғжизә тураһында бәйән итә. Күп йылдар элек уның һул күҙендә шеш барлыҡҡа килә. Ул шеше көнө-төнө ныҡ итеп ауырта. Күҙе эсендә килеп сыҡҡан аҡ пәрҙә арҡаһында күреү һәләтенән мәхрүм булырмын, тип ҡурҡа башлаған ул. Хатта бер билдәле күҙ табибы, был мәсьәлә хәл ителмәҫлек тип, уға ауыртыуҙарҙы бары тик уколдар менән баҫып торорға ғына ҡушҡан.
Ясра тағы ла нығыраҡ хәүефләнә төшә. Әммә, Аллаһ рәхимлегенә тәүәккәлләп, ул Мәккәгә ғөмрә (кесе хаж) ҡылырға юллана – Изге йорттоң нәҡ ҡаршыһында Аллаһтан шифа һорау өсөн. Ул Мәккәгә килеп етә, Ҡәғбә тирәләй таүәф ҡыла һәм һыу алып йыуыныу өсөн, Зәм-зәм ҡойоһона йүнәлә. Шунан һуң ул, Һәджәр кеүек, Сафә менә Мәрүә тауҙары тирәләй йүгерергә тотона. Бер нимә лә белмәйенсә, ул ҡунаҡханаға ҡайта һәм... күҙе бөтөнләй һауыҡҡанын, ә шештең эҙе лә ҡалмағанын күрә!
Доктор Фәруҡ Антар шулай тип һөйләй: «Күп йылдар элек миндәге бәүел юлында таш таптылар. Табиптар әйтеүенсә, унан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы – ғәмәлиәт (операция). Әммә ул төрлө сәбәптәр буйынса, кисектерелеп килде. Бер ваҡыт, үҙем дә көтмәҫтән, миңә ғөмрә (кесе хаж) ҡылырға тәҡдим иттеләр. Һәм мин Аллаһтан ғәмәлиәт (операция) эшләтмәйенсә таштарҙан ҡотолдороуын һораным». Тиҙҙән доктор Фәруҡ Мәккәгә юллана һәм ғөмрә башҡара. Унда ул Зәм-зәм һыуын эсә, Ҡәғбәнең ҡара ташын үбә, мәсеттән сығыр алдынан намаҙ уҡый. Ҡапыл ул бәүел юлында ауыртыу тоя һәм бәҙрәфкә ашыға. Һәм ошо саҡта мөғжизә була: бәүел менән бергә ҙур таш үҙе килеп сыға. Ғәмәлиәтһеҙ сыҡҡан таш докторҙың үҙен дә, уны ҡараған табиптарҙы ла аптырашта ҡалдыра.
Тағы ла бер осраҡ. Испаниянан Мәрйәм исемле мөслимәнең күҙе аҫтында яман шеш үҫешә башлай. Табиптар уға ғәмәлиәт эшләп, шеште юҡ итәләр. Хәстәханан сыҡҡас та ул әле табиптар күҙәтеүе аҫтында ҡала. Уның эргәһенә көн һайын шәфҡәт туташы килеп, күҙенә компресс яһай. Мәрйәм Зәм-зәм һыуының мөғжизәле көсөнә ышанған була һәм табиптарҙан нәҡ ошо һыу менән компресс яһауҙарын һорай. Ике аҙнанан һуң ғәмәлиәттең эҙе лә ҡалмай...
Инде күпме быуаттар дауамында Зәм-зәм һыуы Аллаһ ихтыяры менән кешеләрҙе сирҙәрҙән дауалай, һәм үрҙә әйтелгәндәр – бихисап шифаланыу осраҡтарының бер-нисә миҫалы ғына.
Шулай итеп, Зәм-зәм һыуы менән шифаға өлгәшеү, ин шәә Аллаһ, киләһе өс шартты үтәгәндә генә буласаҡ:
Беренсе – уны эсеүсе кеше Бер Аллаһҡа ғына иман килтерергә тейеш;
Икенсе – кеше Аллаһҡа ғына тәүәккәлләргә бурыслы;
Өсөнсө – ошо һыу ярҙамында Аллаһтың шифаһына ирешеүгә ныҡлы ышаныу кәрәк.
"Ваҡыт!"
https://vk.com/club42590072?from=search&w=wall-42590072_18556