Туй йолаларын беләһегеҙме?
Йәй, көҙ айҙары – туйҙар мәле. Хәҙер туйҙар заманса үткәрелһә лә, араларында боронғо йолаларҙы белергә теләүселәр ҙә бар. Башҡорттарҙа, башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, туй йолалары төп урынды алып торған.
Әйҙәгеҙ, ҡыҙ биреү, килен төшөрөү кеүек халыҡ йолаларын тағы ла бер ҡат иҫкә төшөрөп, иң әһәмиәтлеләре, үҙенсәлеклеләре тураһында һөйләшәйек әле бөгөн.
Кәләш әйттереү
Балалары никахҡа инә торған ваҡыт еткән һайын, ата-әсәне борсоу баҫа. Атай-әсәй улдарының танышып йөрөгән ҡыҙы барлығын һәм уларҙың араһында етди мөнәсәбәттәр барлығын белгәс, бер-береһе менән кәңәшләшә - өйләндерергә ваҡыт етте түгелме? Улдары менән һөйләшкәндән һуң егеттең ата-әсәһе ҡоҙа тейешле кешеләргә күстәнәстәр тотоп ҡыҙ һорарға бара. Ике яҡтың йолаларын да иҫәпкә алып, никах үткәреү тураһында һөйләшеп ҡайталар.
Никах үткәреү
Ҡыҙҙың яғы мулла менән һөйләшеп ҡуя. Тәғәйенләнгән ваҡытҡа егеттең туғандары ҡыҙ йәшәгән йортҡа күстәнәскә сәй, бауырһаҡ, ҡаҙ, емеш- еләк һәм башҡа тәм-томдар тотоп киләләр.
Егеттең үңгәре, ата-әсәһе, атаһы һәм әсәһе яғынан туғандары, ҡыҙ яғынан да шулай уҡ яҡындары һәм дуҫ ҡыҙы була. Мулла егет һәм ҡыҙҙан ризалыҡтарын һорағандан һуң никах уҡый. Кейәү егет ҡыҙға ҡалым итеп алтын һырға (йәиһә башҡа алтын әйбер) бүләк итә, ике яҡтан да ҡыҙ менән егеттең әсәйҙәре хәйерлектәр өләшә.
Егеттең ата-әсәһе туғандары менән таныштырып сыға, ҡыҙға күлдәк менән яулыҡ, ата-әсәһенә күлдәк, ирҙәргә таҫтамал, ҡатындарға яулыҡ, батмусҡа ашъяулыҡ (өҫтәл ябыуы) һәм аҡса һалып бирәләр. Ҡыҙҙың ата-әсәһе лә туғандары менән таныштыра һәм егет яғынан килгән ҡоҙаларға бүләктәрен бирә. Йыйылған туғандар йәштәргә изге теләктәрен еткереп, бүләктәрен тапшыра. Өҫтәлдәге хәләл ризыҡтар менән һыйланып, рәхмәттәрен яуҙырған ҡунаҡтар ҡайтырға сыға.
Башҡорт туйы
Туй алды, ғәҙәттә, димләүҙән һәм ҡыҙ яусылауҙан башланған. Димсе, яусы булып үткер, йор һүҙле, абруйлы, туй йолаларын яҡшы белгән кеше йөрөгән. Буласаҡ ҡоҙалар ҡыҙҙың әсәһенә баса тун кейҙергән, башҡа төрлө бүләктәр, күстәнәстәр килтергән. Ҡыҙ йәшереү, ҡыҙ эҙләү кеүек ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы уйындарҙан һуң, ҡыҙ ҡушыу йолаһы башҡарылған. Тәүҙә ҡунаҡтарҙың барыһы ла төп ҡоҙаға барып төшә. Кискә табан туй алыу мәжлесе башлана. Туй тантанаһы барышында төп ҡоҙа ҡунаҡтарға өс мәртәбә мәжлес үткәрә: туй алыу, туй ашы һәм хуш ите.
Ҡыҙ биргән өйҙөң ҡото китмәһен өсөн ҡапҡанан сыҡҡанда тәңкә, кәнфит, еп кеүек ваҡ әйберҙәр һибеп ҡайтҡандар. Ҡыҙҙы яҡын оло ағаһы күтәреп арбаға (санаға) ултыртҡан. Улар артынан ҡыҙ һандығы тейәлгән.
Егет яғындағы туй, ғәҙәттә, һуңғараҡ үткәрелгән һәм ҡыҙ яғындағы туйҙан әллә ни айырылмаған. Был туй ҡалым туйы тип атала.
Киленде ҡаршы алыу, мендәргә баҫтырып төшөрөү, бал-май ҡаптырыу кеүек ритуалдарҙан һуң килен сәйенә йыйылғандар.
Иртәгәһенә йәш ҡыҙҙар, бикәстәр еңгәне һыу юлы күрһәтергә алып баралар. Ошо көндә килен тәүге тапҡыр ҡамыр баҫа, самауыр ҡуя.
Башҡорт туйының күркәм сифаттарҙың береһе - ул йыр, таҡмаҡ, һамаҡ, әйтем, сәсәндәр ярышының киң ҡулланыллыуы, һәр төрлө ярыш үткәрелеүе.
Кәләш өсөн көрәш
Яҡын әхирәте һәм башҡа ҡатын-ҡыҙ туғандары кейәүгә бирелгән ҡыҙ менән айырылырға теләмәгәнен күрһәтеп, байрамдың аҙағында кәләште кейәү йортона алып китергә ҡамасау иткән төрлө йола уйындары үткәрелгән.
Ҡамасау исемлеге кейәүҙең дуҫ-иштәренең һәм туғандарының фантазияһынан ғибәрәт булған: йәш ҡатынды алыҫыраҡ йәшергәндәр, бауҙар менән бәйләгәндәр, сығармаҫ өсөн көрәш ойошторғандар. Кәләш менән кейәү яғынан ҡатындарҙың һәм ҡыҙҙарҙың көрәше башланған. Ғәҙәттә ҡатындар еңеү яулаған. Көрәш ваҡытында өҙөлгән төймәләрҙең, йыртылған кейемдәрҙең хаҡын кейәү егет түләгән. Ахырҙа, ҡатындар йәш кәләште бауынан ысҡындырған, һәм ул ҡатындар иҫәбенә индерерлгән. Бауҙы кейәү һатып алған.
Килен төшөрөү
Киленде егет йортона төшөргәс, ҡәйнәһе аяғы аҫтына аҡ мендәр һала. Килен мендәргә уң аяғы менән баҫа.
Ҡәйнә кеше киленгә май, бал яға, кәсә менән аҡ бирә (ҡымыҙ, һөт, ҡатыҡ). Килен ауыҙ итеп һауытты ҡәйнәһенә ҡайтара.
Һыу башлатыу
Һыу күнәктәрен килендең бәләкәй бикәсе көйәнтәләп алып, алдан төшә, ә йәш килен әхирәттәре менән уның артынан эйәрә. Улар артынан килен күрергә йыйылған йәш-елкенсәк, ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға эйәрә.
Ауылдың апай-еңгәйҙәре һыуҙы һатып биреү өсөн ҡоҙоҡто бәйләп ҡуялар. Ҡәйнә уларға яулыҡтар биргәндән һуң һыуҙы алырға рөхсәт итәләр. Килен унда йыйылған балаларға йөҙөк, таҫма өләшә, малайҙарға янсыҡ, ығырмау бирә.
Һыу алыр алдынан йәш килен битен-ҡулын йыуа, теләк теләй. Йәш килендең яурынына тулы күнәкле көйәнтәләрҙе еңгәй йә бикәс кеше һала ла кире ала – шулай итеп өс тапҡыр ҡабатлай.
Килен һыуҙы сайпылдырмай, тигеҙ генә баҫып атлап ҡайтырға тейеш. Шуның менән уның уңғанлығы һынала.
Килен сәйе
Килен һыуҙы ихатаға алып ингәс тә, барса ҡунаҡтар һыуға аҡсалар һалып, уны тәмләп ҡарайҙар. Ҡәйнә килен алып килгән һыуҙан сәй ҡайнатып, ҡунаҡ йыя. Йоланы «килен сәйе» йә «килен һөйөү» тип атайҙар. Сәйгә килгән ҡатындар килендең аяҡ баҫыуын, ҡунаҡтарҙы хөрмәтләүен ҡарап-һынап, өҫ-башына кейгән кейеменә, бил быуыуына тиклем тикшереп ултыралар. Ҡулы бушаған мәлдә килен, һөйәлеп, ҡәйнештәре менән һөйләшеп торһа: «Был килен ус ялатмаҫ, ауыҙы-башы остаңлап, күп һөйләй, үҙе ялҡау булыр – һөйәлеп тора», – тип ғәйепләргә әҙерҙәр. Килен күрергә элек тик әбейҙәр, бабайҙар ғына йыйылған. Егет әсәһе уларға бүләк тарата.
Килен һандығын асыу
Теләктәр әйтелеп бөткәс, килен һандығын асалар. Һандыҡты егет яғынан иң яҡын апаһы бүләк әйтеп аса.
Ирҙәргә - таҫтамалдар, ҡатын-ҡыҙға яулыҡ, алҡа, беләҙектәр таратҡандар.
Ошо көндө үк килен бирнәһен ҡарау үткәрелә. Йәш ҡатындың ҡул эшен, сигеү, һуғыу, ҡайыу оҫталығын һынағандар.
Килен күреүгә килгән бала-сағаға, йәштәргә бейем кеше (егет әсәһе) бүләк тарата.
Заманса туй
Заманса туй күпкә йыйнағыраҡ, йолаларҙы тулыһынса үтәмәйенсә үткәрелә. Ҡалым, бирнә төшөнсәләре формаль рәүештә генә атҡарыла.
Никах һарайында никахлашҡандан, балдаҡтар менән алмашҡандан һуң, заман йәштәре төрлө иҫтәлекле урындарҙа фотоларға төшәләр, күперҙә йоҙаҡтар беркетәләр, һыуға гөлләмәләр ташлайҙар.
Туй менән ҡотлауҙар
Ҡәҙерле йәштәр! Был тормошта бер-береңде табыу бик мөһим. Икенсе яртың иң яҡшы дуҫың була алһа, икеләтә бәхеткә тиң. Беҙ барыбыҙ ҙа бер-берегеҙҙе табыуығыҙға шатбыҙ. Арағыҙҙа тик саф хистәр генә булһын. Ныҡлы ғаилә - Бөйөк Ҡытай стенаһы кеүек, уға бер ниндәй ҙә ел-дауылдар, дошмандар, хатта Ваҡыт та ҡурҡыныс түгел. Һеҙҙең ғаиләгеҙгә оҙон-оҙон ғүмер, һөйөү тулы кистәр, ҡыуаныстар, бер-берегеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләйем. Кешеләр алғанын түгел, ә биргәнен ҡәҙер итә. Шуға күрә, мөхәббәтегеҙҙе бер-берегеҙгә бирегеҙ. Шарттар ҡуймайынса яратығыҙ. Шул саҡ, мәңгелеккә йортоғоҙға бәхет ҡуныр.
***
Оло шатлыҡ ата–әсәгеҙгә
Ғәзиз балалары туйында,
Сөнки һеҙ һаман да сабый кеүек
Ҡалаһығыҙ улар уйында.
***
Ошо туҫтаҡ кеүек тулы булһа,
Тормош йөгө булмаҫ еңелдән,
Ошо kымыҙ кеүек, саф, kеүәтле,
Хыянатһыҙ булһын күңелдәр!
***
Хәсрәттәрҙе уртаҡ кисерегеҙ,
Бергә янып һөйөү утында...
Шунда ғына
Һөйөүегеҙ хаkы
Ҡиммәт булыр барлыҡ алтындан!
Пар күгәрсендәй гөрләшеп
Йәшәгеҙ бергә-бергә.
Татыу ғаилә тыныс тормош -
Беҙҙән теләк шул һеҙгә.
***
Ата-бабаларҙан ҡалған йола -
Бергәләп ғаилә ҡороу,
Ғаилә ҡороп, тигеҙ, тыныс,
Матур тормошта тороу.
***
Бөгөн һеҙҙең яҙылышҡан,
Никахлашҡан көнөгөҙ,
Тантаналы был миҙгелдең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!
***
Ғаилә өсөн яуаплылыҡ
Икегеҙгә лә төшә.
Ныҡ һаҡлағыҙ мөхәббәтте,
Эш шунда ғына бешә.
Һеҙҙе ихлас тәбрикләйем,
Бәхетле тормош теләйем.
Ололарға ихтирамлы
Балаларға иғтибарлы булығыҙ.
Ныҡлы ғаилә ҡороғоҙ,
Тигеҙ-татыу тороғоҙ,
Үҫтерегеҙ батыр улдар,
Уңған һәм матур ҡыҙҙар.
Бына ошо инде, дуҫтар,
Әйтәһе теләгән һүҙҙәр.
***
Зарығып көткән туй көнөгөҙ килде,
Бар донъяны гөлгә, нурға күмде.
Пар балдаҡтар балҡый бәхет юрап,
Барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ һеҙгә ҡарап!
***
Ҡотло булһын йәшлек тантанаһы,
Татлы булһын һөйөү хистәре.
Ҙур уңыштар менән алға илтһен
Һеҙ барасаҡ ғүмер юлдары.
Тулып торһон бәхет шишмәһе,
Ташып торһон бәхет силәге.
Оҙон ғүмер, саф мөхәббәт –
Барыбыҙҙың һеҙгә теләге.
***
Йәш парҙарға бәхет яуһын,
Тигеҙ ғүмер итһендәр.
Сөкөрҙәшеп йәшәй-йәшәй,
Алтын туйға етһендәр.