Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Дини мәсьәләләр ҡаралды

Район хакимиәтендә дәүләт конфессия-ара комиссияһының сираттағы ултырышы булды.Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева алып барҙы.

Дини мәсьәләләр ҡаралды
Дини мәсьәләләр ҡаралды

Полиция вәкиле Рәфил Уразғолов һүҙ тотоп, 2024 йылда уҙғарылған саралар район биләмәһендә экстремистик һәм террористик ойошмаларҙы асыҡламаны, тине. Районда милләт-ара хәл насар түгел, мосолмандар араһында башҡа милләт вәкилдәренә, дини ойошмаларға ҡаршы өгөтләүҙәрҙе иҫкәртеү, башҡа дин тотоусылар араһында конфессия-ара низағтар булдырмау буйынса дини ойошмалар вәкилдәре менән даими рәүештә эш алып барыла.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәһе эшмәкәрлеге тураһында урындағы башҡорттарының башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова сығыш яһаны.
- Ҡоролтай эшен хакимиәт, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, китапханалар менән берлектә алып барабыҙ. Иҫтә ҡалырлыҡ сараларҙан Ефремкин мәктәбендә «Урал батыр мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыу, перспективалар» тип аталған республика семинарын уҙғарыу булды. Уҡыусыларҙың балҡып торған күҙҙәренә ҡарап, башҡорт телендә шартлатып һөйләп тороуҙарын күреү, "Урал батыр мәктәбе"нең ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәгенә инандырҙы. Шулай уҡ йәштәребеҙ Мәскәүҙә үткәрелгән Һабантуйҙа, Табын ырыуы йәштәре, Мең ырыуы сараларында ҡатнашып, рухи аҙыҡ алып ҡайтыуын да билдәләп үтергә кәрәк.
Шулай ҙа иң борсолдорғаны, әлбиттә, мәктәптәрҙә башҡорт теле сәғәттәренең кәмеүе. Һуңғы йылдарҙағы был проблема арҡаһында балалар мәктәптә туған телдәрен етерлек кимәлдә өйрәнә алмай.
Яҙын үткәрелгән Ҡоролтай ултырышынан һуң сайттарҙа, төркөмдәрҙә сәхифәләрен башҡорт телендә алып барыусылар артыуы, ҡыуандыра. Район хакимиәте сайтында ла аралаштырып башҡорт телендә яҙмалар бирелһә, яҡшы булыр ине.
Беҙҙең маҡсат - районда башҡорт телен һаҡлап ҡалыуғаа йүнәлтелгән эштәрҙе бергәләп дауам итеү, - тине Илмира Әнүәр ҡыҙы.

Бишауыл-Уңғар ауылында 20 йыл имам-хатиб вазифаһын башҡарыусы Мазхар Мусин Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты буйынса имамдар менән эшләү һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләп:
- Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә районыбыҙҙа 17 мәхәллә иҫәпләнә, һәр ауылда иман йорттары эшләй, күркәм манараларҙан аҙан тауыштары яңғырай, дини байрамдар үткәрелә. Уларҙы етәкләүсе 17 имамдың 14-нең белеме бар. Беҙҙең эшмәкәрлеккә мәсеттәрҙең эшен йәнләндереү, ауылдар тормошонда әүҙем ҡатнашыу, дин юлына күберәк кешеләр йәлеп итеү, имамдар өсөн тейешле шарттар булдырыу инә. Ғибәҙәтханаларға йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың ылығыуы ҡыуаныслы хәл. Сер түгел, хәҙер имам вазифаһын күберәк йәш дин әһелдәре атҡара һәм улар күп йәһәттән социаль яҡлауға мохтаж. Сөнки мәсеттәрҙе тотоу өсөн бик ҙур сығымдар тотонола. Мәҫәлән, мәсеттәргә газ индереү, документтар артынан йөрөү, башҡа уңайлыҡтар булдырыу эше менән үҙебеҙгә йөрөргә тура килә, - тине һәм имам-хатиптарҙың эштәре менән танышыу, барып күреү өсөн транспорт кәрәклеге мәсьәләһенә туҡталды.
Бынан тыш, комиссия ағзалары мәсеттәрҙә һәм сиркәүҙәрҙә һаҡланған дини әҙәбиәттең федераль экстремистик материалдар исемлегенә инеү-инмәүен тикшерҙе.
Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы ауылының мосолмандар дини ойошмаһынан район үҙәгендә һәм Константиновка ауылында мәсеттәр төҙөү өсөн ер биләмәләре биреү тураһында ике ғариза уҡып ишеттерелде. Улар имам-мөхтәсиб Ирек Әбүталипов, Ҡырмыҫҡалы ауылы хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатов килтергән дәлилдәрҙән һуң бер тауыштан ҡабул ителде.
Бик кәрәкле һәм халыҡ өсөн көнүҙәк булған темалар тураһында һөйләшелде, кәңәшләшелде был ултырышта. Артабан да планға алынған мәсьәләләр контролдә тотолоп, районда конфессия-ара һәм тотороҡлолоҡ тәьмин ителер.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: