– Намаҙҙы нисә йәштән уҡырға ярай?
– Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим. Һәр бер бәлиғ булған, аҡылы булған мосолман намаҙ уҡырға тейеш, йәғни фарыз. Балаға ете йәш булғас та намаҙ уҡырға бойорорға ярай. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм әйткән: “Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн йоҡларға айырым һалығыҙ”. Йәғни шелтәләргә була.
– Намаҙҙы үҙең белгәнсә ултырып уҡыу дөрөҫмө? Уҡыған намаҙым ҡабул булырмы икән тип шикләнеүселәр була.
– Намаҙҙы үҙең белгәнсә тигән һорау юҡ, сөнки ниндәй генә ғибәҙәт булма-һын, пәйғәмбәребеҙ ҡанунлаштырғанса, Аллаһы тәғәләгә ғибәҙәт ҡылабыҙ үҙе-беҙсә ғибәҙәт ҡылыуға килгәндә, беҙгә ундай хоҡуҡ бирелмәгән. Ултырып уҡыу мәсьәләһенә килгәндә, һаулығы булмау арҡаһында, баҫып тора алмай икән, ултырып, ултырып уҡый алмай икән – ятып ишара менән уҡырға тейеш.
– Ҡалған намаҙҙарҙы йыйып уҡырға яраймы? Ашыҡҡанда намаҙҙың фарызын ғына уҡырға яраймы?
– Асылында намаҙ ҡалдырыуға сәбәп юҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙенең бер хәҙисендә әйтте: “Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң беренсе эш итеп намаҙ тураһында һораясаҡтар. Әгәр ҙә ул еренә еткереп уҡылған булһа, уның бөтөн ғәмәле лә дөрөҫ үтәлгән һанала”, – ти.
– Намаҙлыҡты төрөп ҡуйырға кәрәк, юҡһа унда шайтандар намаҙ уҡыуы бар, имеш, тиҙәр...– Намаҙлыҡты намаҙ уҡығас та алып ҡуяһың, үҙенсә тәртип бар, ә шайтанға килгәндә, ул намаҙ уҡымай, бөтә эше – һеҙҙе, беҙҙе намаҙ уҡытмау өсөн көрәш.
– Мосафир намаҙы, йәғни юлда йөрөгәндә намаҙ нисек уҡыла? Ҡиблаға ҡарап ҡына уҡыу мотлаҡмы?
– Мосафир намаҙына килгәндә, машинала бараһың икән, туҡтап, төшәһең дә фарызын ғына (ҡыҫҡартып) уҡып китәһең. Ҡибла шарт. Өйлә намаҙын, мәҫәлән, дүрт рәҡәғәт фарызын ике рәҡәғәт кенә уҡырға кәрәк. Аҡшам фарызы ҡыҫҡартылмай.
– Ир-атҡа йәки ҡатын-ҡыҙҙарға ҡыҫҡа еңел күлдәктә, ирҙәргә ялан баш намаҙ уҡыу рөхсәт ителә...
– Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙға килгәндә, уның бөтөн кәүҙәһе – ғәүрәт итәге, еңе оҙон, башында яулыҡ, елкәһе ябыҡ булырға тейеш. Әгәр ҙә шуларҙың береһе булмаһа – намаҙ ҡабул түгел. Ирҙәр иң яҡшы булған таҙа кейемдә, башында түбәтәйе булырға тейеш.
– Ни өсөн намаҙ ғәрәп телендә уҡыла?
– Намаҙ ғәрәп телендә уҡылырға тейеш, сөнки Ҡөръән ғәрәп телендә индерелгән. Башҡортса тәржемә ҡылынһа ла, мәғәнәһе боҙолоуы (үҙгәреүе) ихтимал. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, пәйғәмбәребеҙ ғәрәп телендә уҡыған. Уның сөннәте.
– Намаҙ уҡымаған кеше йыш ҡына кеше саҡырып аят уҡытып торһа, намаҙ уҡымағандың әжерен ҡайтара аламы?
– Уҡымаған намаҙҙарҙы, нимә генә эшләһәң дә, “уҡыған” тигән әжергә ирешеп булмай. Юҡ! Һиңә йөкләнгән – уҡырға тейешһең. Пәйғәмбәребеҙ әйтте: “Иманлы һәм иманһыҙ кешенең айырмаһы – намаҙ”, аҙағында “кем намаҙын ҡалдырһа – иманһыҙ була”, – ти.
– Дүхә намаҙы тураһында айырым әйтеп үтегеҙ әле.
– Дүхә намаҙы – кешенең өс йөҙ ҙә алтмыш быуыны. Ә “Һәр бер быуын өсөн саҙаҡаһын бирергә тейеш”, – тине пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, уны мотлаҡ уҡыу фарыз. Дүхә намаҙын ҡояш сыҡҡас бер сәғәттән һуң уҡыу дүхә намаҙына инә.
– Ҡалған намаҙҙар өсөн икешәр рәҡәғәт кенә уҡыһаң яраймы?
– Ҡалған намаҙҙарға килгәндә, уны ҡайтарып булмай, бер көнлөк биш намаҙ ҡалды икән, быны уҡырға мөмкин. Иң хәйерлеһе – ҡалдырырға түгел, ваҡытында уҡыу фарыз. Аллаһы тәғәләнән ялбарып-ялбарып ғәфү итеүен һорау ғына ҡала.
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләш