- Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ.
- Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт ҡылыр. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.
- Үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға насар доға ҡылмағыҙ. Аллаһтың тәҡдиренә риза булығыҙ. Ниғмәттәрен арттырыуҙы һорап доға ҡылыу яҡшы.
- Эшләмәйенсә доға ҡылғандар ҡоралһыҙ һуғышҡа киткән кеүек булырҙар.
- Үлгәндән һуң үкенмәгән кеше юҡ. Яҡшы кешеләр яҡшылыҡтарын күберәк эшләп өлгөрмәгәнгә үкенер, яман кешеләр яманлыҡтарынан тыйылып тәүбә итмәгәндәренә үкенеп бөтә алмаҫ.
- Берәүҙең күңелендә орлоҡ хәтлем тәкәбберлек булһа, шул кеше йәннәткә инмәҫ.
- Рәнйетелгән кешенең бәддоғаһынан ҡурҡығыҙ, уның доғаһын Аллаһҡа барып ирешеүҙән тотҡарлап ҡала алырлыҡ бер пәрҙә юҡ.
- Аҙға ла ҡәнәғәт бул − мохтаж булмаҫһың, көнсөллөктән ҡотол − тыныс булырһың, тыйылғандан тыйыл – иманың саф булыр.
- Үткәндәргә йәбешеп ятмағыҙ, үпкәләүҙәр, рәнйештәр менән йәшәмәгеҙ. Бәхетле мәлдәрегеҙҙе хәтерләгеҙ, кеше тормошонан көнләшмәгеҙ.
- Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгәнде тейештер, тип ҡабул итегеҙ һәм үҙегеҙҙә булғандың ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәгеҙ. Аллаһтың биргәнен бер мәлдә генә юғалтыу бер ни тормай...
- Эшләгән изгелектәрҙе эшләп бөткәс тә, Аллаһ ризалығына тапшырып, онотоу хәйерлерәк. Яҡшы эштәр тураһында кешеләргә һөйләп, маҡтанып йөрөү - уның сауабын кәметә, хатта бөтөрә.
Үткән изгелектәреңде кешенең иҫенә төшөрөп, уның өсөн яуапҡа ярҙам өмөт итеү - сауабын бөтөнләй юҡҡа сығара.
Кешеләр ҡай саҡ яҡшылыҡты онота, аңламай, ә Аллаһы Тәғәлә онотмай, ҡылған изгелектәребеҙҙе үҙебеҙгә артығы менән кире ҡайтара - шуны һәр саҡ иҫтә тотоғоҙ.