Ағас ултыртыузың сауабы хакында.
Иртәғә кийәмәт қөне тиһәләр зә,қулыңда булған усентене улытырт,тиелә бер хәҙистә. Ағас ултыртыу-бик кәрәкте һәм сауабты ғәмәл.сөнки ултыртылған һәр ағас тәбиғәткә,кешеләрғә,хайуандарға,коштарға,хатта бөжәктәрғә лә файза килтерә.кешенең куңелендә мәрхәмтлек уята һәм тирә-йундәғе һәр нимәғә һаксыл карарға өйрәтә.узең ултырткан ағас усеп китһә,хезмәт емешен куреу-узе бер бәхет бит әле ул...
Динебеззә ағас ултыртыу тураһында хәзистәр куп.уларза ағас ултыртыу өсөн бик зур әжео-сауабтар булыуы хакында искәртеп утелә.бер вакыт Әбу Дәрдә(Аллаһ уға риза булһын)исемле бер сәхәбәнең ағас ултыртып ятыуын куреп,бер кеше быны тәнкитләй башлай:
"Нисек һин Мөхәмәд пайғамбарзең (саллалаһу ғәләйһи уә сәлләм)якын дусы һәм сәхәбәһе буларак,шундай вак-төйәк эштәр менән вакытыңды әрім итеп ятаһың?!"
Әбу Дәрдә уға әйтә:
"Һин улай тип хөкөм сығарыға ашыкма,мин Аллаһ Илсеһенең(саллалаһу ғәләйһи уә сәлләм)бындай һуззәрен ишеттем:"Әғәр берәр мосольман ағас ултыртһа йәки башка усемлек сәсеп устерһә һәм улар менән кешеләр,йәиһә ниндәй зә булһа йәнлектәр,коштар тукланһа,хатта куләғәһендә ял итһәләр зә,ултырткан кеше бының өсөн сазака тараткан кеуек әжер-сауаб аласак".
Рәсулебеззең сәхәбәләре береһелә эшләмәйенсә акһөйәк булып йәшәиәғән.бер вакыт пәйғәмбәребеҙ(саллалаһу ғәләйһи уә сәлләм)сәхәбәһе Ғабдуллаһ ибн Мәсғүт менән кул биреп курешә һәм Ғабдуллаһ ибн Мәсғүттең тупасланып ярылып бөткәнлеген тоя.шунан Аллаһ илсеһе уның кулын кутәрә лә кешеләрғә әйтә:"дөрөслөктә бына был кулды Аллаһ һәм Уның илсеһе ярата",-ти.бынан без курәбез,Ислам динендә хезмәт,файзалы эштәр эшләп калдырыу юғарв урында тора.
Ислам ғалимдәре әйтеуенсә ултыртып калдырған ағас,кеше вафат булғандан һуң да хужаһына әжер-сауаб ирештереп торасак,йәғни сазака жария булып һаналасак.
Ағас ултыртыу тураһында башка хәҙистәрзә былай тийелңән:
"Әғәр Кийәмәт қөне етһә һәм һез был вакытта ағас ултыртһағыз,мөмқин булһа ултырттып бөтөрөғез ".(Әхмәд).
"Ултырткан ағас һәм башка усемлектәр менән кешеләр,хайуандар,коштар тукланған өсөн мосольман һәр вакыт әжер сауаб алып торамак".(Бохари,Мөмлим)
Тимәк ағас ултыртһаң,уның хисабы сығып тора,купер һалдыртһаң унан йөрөп торасактар,шишмә калдырһаң,унан һыу эсәләр.бер кылған изғелек купме сауаб килтерә.ә без һаман изгелеге килеп тора торған берәр сазака-жәрийә эшләп қалдырзыкмы?
Ғумер бик кыска,шуға курә һәр беребез узебеззән һуң файза килтерә торған эштәр эшләп калдырырға ашығайык!
-3 °С
Ҡар