ҠӨРЬӘН ҺӨЙӨНСӨЛӘЙ
"Дөрөҫлөктә, ошо Ҡөрьән иң дөрөҫ юлдан алып бара һәм изге ғәмәлдәр ҡылыусы мөьминдәрҙе бөйөк әжер менән һөйөнсөләй", – тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 17:9).
Аяттың тәфсире:
Фәйләсүфтәр һәм, "дин дәүләттән айырым", тиеүсе донъясылар: "Дөрөҫ юлдан тик кеше аҡылы ғына алып бара", – ти. Әммә уларға ҡаршы Аллаһ Үҙе: "Дөрөҫлөктә, ошо Ҡөрьән иң дөрөҫ юлдан алып бара", – тигән.
"Изге ғәмәлдәр ҡылыусы мөьминдәрҙе", тигән һүҙҙәрҙә – "Аллаһҡа ышанһам, шул етә, ә Аллаһ ҡушҡанса ғәмәл ҡылыу (намаҙ, ураҙа, яулыҡ һәм башҡаһы) кәрәкмәй", тип уйлаусыларға иҫкәртеү һәм нәсихәт.
"Изге", тигәндә ихласлыҡ күҙ уңында тотола. Изге эштәр – тимәк, Ожмахҡа эләгеп, Раббыбыҙҙың Йөҙөн күреү өсөн эшләнгән эштәр. Ә кешеләр ишетһен, күрһен, һиңә баһа бирһен өсөн эшләнгәндәре түгел. Аллаһ өсөн эшләнмәгән бер эш тә ҡабул булмай.
Изге эштәр ҡабул ителеүенең икенсе шарты иһә – уларҙың Пәйғәмбәр ﷺ сөннәтенә, шәриғәткә тура килеүе. Йәғни, ул бөйөк әжер – Ислам ҡушмағанды эшләүсе суфыйҙар һәм бүтән бидәғәтселәр өсөн түгел. Кешеләргә һәм тәбиғәткә кешелеклек йөҙөнән генә изгелек күрһәтеүсе инсаниҙар (гуманистар) өсөн дә түгел. Шәриғәткә "аҡылды" ҡаршы ҡуйыусы фәйләсүфтәргә лә тәтемәйәсәк. Ул әжер – тәүге быуын мосолмандарға (сәләфтәргә) һәм улар юлынан тоғро барыусыларға. "Сөннәттә булмаған нәмәлә (бидәғәттә һәм шундай эштәрҙә) әүҙемлек күрһәткәнсе, аҡрын ғына Сөннәт юлынан барыу яҡшы", – тиҙәр ундайҙар хаҡында.
Күптәр, бик күптәр Ахирәттә әжерле булырға теләй. Әммә бының өсөн нәфсе теләктәренән һәм боҙоҡ инаныстарҙан баш тартып, дөрөҫ юлға йүнәлтеүсе Вәхиҙе* – Ҡөрьәнде һәм Сөннәтте етәкселек итеп алырға кәрәк.
Тағы ла был аятта Аллаһ Тәғәлә иманлыларға һөйөнсө еткерә. Шулай булғас, һөйөн, ҡәрҙәш! Юғиһә күптәре: "Ни өсөн бөтә донъя рәхәтлектәре тик кафырҙар менән фасиҡтар** ҡулында?" – тип төшөнкөлөккә бирелеүсән. Һәм ошо ваҡытлыса донъя ҡыуаныстарын көтөп йәшәйҙәр. Ҡөрьән иһә бына һиңә килеп, һинең шул ҡайғыларыңды юҡҡа сығара. Шуға, күңелеңде һағыш биләгән һайын, иҫеңә төшөр: киләсәктә мәңгелек Ахирәт булыр, ә Ахирәттә мөьминдәрҙе "бөйөк әжер" көтөр. Ожмахҡа хатта иң һуңғы булып инеүсе кеше лә, унда бер генә йотом һыу уртлаһа, фани донъяла күргән бөтә ыҙаһын шунда уҡ онотасаҡ.
Кешеләр ҙә бит был донъяла ай буйына эшләйҙәр һәм, ай аҙағында эш хаҡы була, тип көтәләр, уны алдылармы – ҡыуаналар. Эштән ҡыйынлыҡ күргәндәрендә иһә, ай аҙағында эш хаҡы аласаҡмын, тип иҫтәренә төшөрәләр, һәм был уларға эштәрендә сабыр итергә еңеллек бирә. Шулай бит?
Шулай булғас, киләсәк Мәңгелек тормош тураһында ни әйтәһе?
➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖
* Вәхи — урыҫса "Откровение"
** Фасиҡтар — асыҡтан-асыҡ гонаһ эшләүселәр