Бәхетле ғүмер көҙө
Һикәлтәле оҙон ғүмер юлы үткән өлкән кешеләр ауылдың ғорурлығы булып тора. Оло ағинәйҙәрҙең береһе Хәмиҙә Хәмиҙуллина Ҡабаҡ ауылында үҙҙәре һалған ҙур мөһабәт йорттарында ғүмер кисерә.
Аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, бөтә ҡиәфәтенән нур бөркөлөп торған инәй асыҡ йөҙ менән ихлас ҡаршы алды. Беҙ ингәндә ул өҫтәле тулы һый-ниғмәттәр, тәмле ризыҡтар менән сәй эсеп ултыра ине. Бер-беребеҙҙе күптән белгән таныштарҙай, һүҙҙәр тиҙ ялғанып китте.
Хәмиҙә Мөхәмәтғариф ҡыҙы асылып китеп ғүмер йомғағын систе. Ул 1939 йылдың июлендә Һәүәләй ауылында донъяға килә. Бала сағы, үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр осорға тап килә. Башҡа үҫмерҙәр кеүек эшкә иртә өйрәнә.
Был ауылға килен булып төшөп, ғүмер кисереүенә 61 йыл да булып киткән. Тормош юлдашы Ҡәнәфиә ағай менән биш балаға ғүмер һәм лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Илле алты йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер кисергәндән һуң, ире мәрхүм була.
- Ҡабаҡ егеттәре Һәүәләй ауылына велосипед менән киләләр ине. Киске уйындарҙың береһендә тракторсы булып эшләгән буласаҡ ирем менән таныштыҡ. Оҙаҡ та үтмәй, өйләнештек. Күп балалы ғаиләгә килдем. Мине матур итеп, ҡоҙалап, ҡыңғыраулы атта алып ҡайттылар. Ғүмер эсендә ике тапҡыр өй һалдыҡ. Тырышып-тырмашып, мал аҫрап йәшәнек. Әлдә, Аллаға шөкөр, балаҡайҙарыбыҙ булды. Улар бер эштән дә ҡурҡмай, кесе йәштән эшкә өйрәнеп үҫтеләр. Әле лә һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр. Барлыҡ эштәрҙе бала саҡтан ентекләп өйрәнеүҙәре уларға донъя көткәндә ныҡ ярҙам итә. Ирем менән бик матур торҙоҡ, ҡәйнәм дә беҙҙең менән бергә егерме өс йыл йәшәне. Беҙ көндәр буйы эштә йөрөгәндә ул балаларға тәрән аҡыллы өләсәйҙәр тәрбиәһе биреп, ихлас ҡарашты”, - тип һөйләне асыҡ күңелле инәй.
Балаларын үҫтергәндә ата-әсә уларҙың күңелдәренә изгелек орлоҡтары һала, эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Шуға һәр береһе үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙәргә эйә булып, район биләмәһендә тырышып тормош көтәләр. Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән Хәниф “Газпром”да, Һәүәләйҙә төпләнгән Фәриҙә һатыусы, Ҡабаҡта йәшәүсе Әлфиә китапханасы, Фәймә һатыусы булып эшләйҙәр. Бала ҡайғыһы урап уҙмай был ғаиләне, инде ғаилә ҡороп өлгөргән кеселәре Дамир ауыр ҡайғыларға һалып йәшләй вафат булып ҡала.
Хәмиҙә Мөхәмәтғариф ҡыҙы тормош юлын үҙенең лайыҡлы хеҙмәте менән биҙәп йәшәй. Калинин исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар көс түгә: ырҙын табағында иген елгәрә, баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерә, фермала һыйырҙар һауа. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшенә һәр ваҡыт яуаплы һәм талапсан ҡарай. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙарына ла лайыҡ була.
Әлеге көндә - ғүмер көҙөндә лә лайыҡлы йәшәй. Көндәлек биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, көн һайын барлыҡ әрүах туғандарына, ауылдаштарына Ҡөрьән аяттары бағышлай. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә изге теләктәрен, өгөт-нәсихәттәрен еткереп, барыһының да иманлы булыуҙарын теләй. Оло йәштә булһа ла хәтере шәп, зиһене асыҡ, ул һаман да гәзит, китаптарҙан айырылмай. Уларҙы рәхәтләнеп уҡый. Ауылдаштары, күршеләре менән дә хәл белешеп, аралашып йәшәй. Әлеге көнгә тиклем оло булыуына ҡарамаҫтан, тик ултырырға яратмай: ҡош-ҡорт үҫтерә, баҡса менән булышырға, йөрәге, күңеле менән матурлыҡты тойған кеше булараҡ сәскәләр үҫтерергә ярата. Уның тормошҡа ҡарашы, оптимистик рухта булыуы һоҡландыра. Әбей нәҫел ебен дә ситтә ҡалдырмай, балаларына быуындарын белеп йәшәргә өндәй. Был маҡсатта ул ире нәҫеленең ете быуындан торған шәжәрәһен матур итеп эшләтә. Артабан 2021 йылда үҙенең нәҫеленекен яһата.
Быйыл Хәмиҙә Мөхәмәтғариф ҡыҙы үҙенең 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уны балалары, яҡын туғандары тәбрикләне. Шунан үҙенең ҡыҙ фамилияһы Сафиндар буйынса Шәжәрә байрамын ойошторҙолар. Нәҫел-нәсептәр иҫкә төшөрөлдө.
Ғөмүмән, уҙаман донъяның бөтә һөйөнөстәрен кисереп, тормошҡа ҡыуанып йәшәй. “Пенсия килеп тора, өҫтәлем мул ризыҡ менән тулы, өйөмә газ, һыу ингән, йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, нимә теләйем, шул бар. Ошолар өсөн Хоҙайыма рәхмәтлемен. Иң мөһиме, балаларым иҫән-һау булып, донъялар ғына тынысланып китһен ине”, - тип изге теләктәрен еткерҙе ул. Киләсәктә лә бөтә яҡын кешеләренең, ауылдаштарының хөрмәтен тойоп, тыныслыҡта, именлектә, һаулыҡта йәшәргә булһын.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.