Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
24 Сентябрь , 22:19

"ЯУЛЫҠ ЯБЫНМАҺАМ ДА, ӘҘӘПЛЕМЕН"

Ҡайһы бер кешеләр, хиджәбтәге ҡыҙҙы күрһә, йә хиджәб тураһында һүҙ сыҡһа...

"ЯУЛЫҠ ЯБЫНМАҺАМ ДА, ӘҘӘПЛЕМЕН"
"ЯУЛЫҠ ЯБЫНМАҺАМ ДА, ӘҘӘПЛЕМЕН"

Ҡайһы бер кешеләр, хиджәбтәге ҡыҙҙы күрһә, йә хиджәб тураһында һүҙ сыҡһа: "Яулыҡлы килеш тә ҡыланып, уйнаш уйлап йөрөгән ҡыҙҙар бар. Яулыҡ ябынмаһа ла, әҙәплеләр бар, аят уҡыталар, хәйер бирәләр", — ти башлайҙар. Ошолайтып улар хиджәбтең әһәмиәтен юҡ итмәксе. Ысынында, был — бик һирәк булған айырым осраҡтар ярҙамында дөйөм ҡағиҙәне юҡ итеп маташыу ул.

Мәҫәлән, "Фәлән кеше көнөнә ике ҡап тартты, бер ниндәй ҙә яман шеш менән ауырыманы, хатта һикһәнгә етте", — тигән тәмәкеселәр һымаҡ. Тәмәке тартыу — кешенең яман шеш менән ауырып китеүенә етди бер сәбәп. Әммә, тарттың икән, мотлаҡ, һис шикһеҙ, тиҙ арала сирҙән үләсәкһең, тигән һүҙ түгел.

Йәки, мәҫәлән, кескәй баланы, бысаҡ менән уйнама, тип тыяһың. Бер көн килеп: "Әсәй, мин бысаҡ менән уйнаным, әммә ҡырҡылманым бит", — тиһә, "Улайһа, ярай, уйна һуң", — тип бысаҡты артабан иркен биреп ҡуймайбыҙ бит.

Йәки, мәҫәлән, беҙҙә билдәле юл ҡағиҙәләре бар. Кемдер: "Ҡала буйлап 200 менән ҡыуҙым, миңә бер нәмә лә булманы", — тиһә, был юл ҡағиҙәләрен артабан һанға һуҡмай башлауға, күҙәтмәүгә дәлил була аламы? Юҡ.

Ә сит ир-егеттәр алдында ҡыланған яулыҡлы ҡыҙ ниңә был гонаһты эшләгән һуң? Сөнки үҙен уратып алған дин тотмаған боҙоҡ йәмғиәттең, йәки кино-сериалдарҙың шауҡымына эләккән, шундағы уйнашсы әртистәрҙең "мөхәббәтле тормошона" ҡыҙыҡҡан, шулар һымаҡ булғыһы килгән.

Һәм, шулай уҡ, уйнаштан (зинанан) һаҡлаусы, унан алыҫайтыусы бүтән мөһим ҡәғиҙәләрҙе лә күҙәтмәгән. Исламда бит: "Яулыҡ ябын да, шуның менән эш бөттө", — тиелмәгән. Хиджәб — аҙғынлыҡтан һаҡлаусы сәбәптәрҙең береһе генә (әммә — иң ҙуры һәм етдиләренән, һәм ул һәр ҡатынға фарыз ителгән).

Сит ир-егеттәр менән яңғыҙ ҡалмаҫҡа, улар менән ҡатнашмаҫҡа, аралашмаҫҡа, ҡараштарҙы йәшерергә һәм башҡаһы, һәм башҡаһы — динебеҙҙең ошо ҡушҡандарын да үтәргә тейешбеҙ. Юғиһә, алтын-көмөшөн һандыҡҡа һалып та, уны бикләмәй ҡалдырған һәм шул арҡала байлығын урлатҡан иҫәр кеүек булырбыҙ. Әммә һин бит, мөлкәтеңде һандыҡҡа йәшергәндән һуң, уны яҡшылап бикләйһең һәм ышаныслы йоҙаҡ ҡуяһың. Хиджәб менән дә — тап шулай.

 

https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_3610 

Автор:
Читайте нас: