Даирә
+24 °С
Дождь
Иманлы булһын уйығыҙ
24 Сентября 2024, 11:31

"Үткәрмә Йәсин"

Бер көн күптәнге танышыбыҙ килеп инде. "Сырхаулап тик йөрөйөм, төштәрем дә борала. Шуға фәлән ауылға барып, бер олатайҙан 3500 һумға "Үткәрмә Йәсин" һатып алдым", – ти был. Унан ниндәй файҙа, тип ҡыҙыҡһыныуға:

"Үткәрмә Йәсин""Үткәрмә Йәсин"
"Үткәрмә Йәсин"


Бер көн күптәнге танышыбыҙ килеп инде. "Сырхаулап тик йөрөйөм, төштәрем дә борала. Шуға фәлән ауылға барып, бер олатайҙан 3500 һумға "Үткәрмә Йәсин" һатып алдым", – ти был. Унан ниндәй файҙа, тип ҡыҙыҡһыныуға: "Әллә инде, тиҙ генә ярҙамы тейә, тиҙәр бит", – булды яуап. Тимәк, бәғзеләр уйланып торорға ла теләмәй. Әйткәндәр икән, еңел юл эҙләп, ҡағыҙ киҫәге артынан китә. Ярай ҙа: "Унда Аллаһ һүҙҙәре яҙылған, Раббы Үҙ һүҙҙәре аша шифаһын бирә", – тип уйлаһа. Әммә кемдер бит тап шул ҡағыҙҙың үҙенән шифа көтә, ә Аллаһтан түгел. Түңәрәк ҡағыҙ аша үтеүҙән ниндәйҙер тылсым өмөт итәләр, унда Аллаһ һүҙҙәре яҙылған, тип уйлап та бирмәйҙәр. Һәм шул рәүешле кеше мәңгелек Тамуҡ утына илтәсәк оло ширек гонаһына кереп китә, Аллаһ һаҡлаһын.

Ниндәйҙер зәхмәт ҡағылып, сырхап, өшкөрөлөргә килгән бөтәһенә лә: "Һәр кем үҙе Аллаһҡа һыйынырға тейеш. Кемдәндер көтөргә кәрәкмәй. Үҙеңә көн дә иртәле-кисле зикерҙәр уҡырға, Ҡөрьәнде ҡалдырмаҫҡа кәрәк", – тип әйтә киләбеҙ. Әммә күптәр, еңеллек килеп, беҙҙән сыҡҡас та, был хаҡта бөтөнләй онота, элекке ғәҙәти тормошо менән йәшәй башлай. Шул уҡ "Йәсин" сүрәһен үҙең уҡы көн дә. Бүтән сүрәләрҙе лә. Бик булмаһа, аудиояҙмаларын тыңла. Юҡ шул, быға ваҡыт йәл. Улай иткәнсе, мин "Үткәрмә Йәсин" һатып алам, шулаймы?

Шундайыраҡ туҙға яҙмаған бидәғәттәрҙе таратҡан кешеләр, ғәҙәттә, үҙҙәрен тәҡүәле мосолман итеп күрһәтергә тырыша. Мосолман булып та, Ҡөрьәндең иң ҡәҙерле, иң бөйөк китап икәненә һаман төшөнмәнеңме? Юғиһә, уны ашатлап йөрөүҙе нисек хаҡиҡәт тип ҡабул итәһең? "Үткәрмә Йәсин"дең ҡулланмаһында бына нимә тип яҙылған: "Әгәр ярҙам итеүсе кешеләр булһа, улар ике яҡтан тотоп үткәрешә. Әгәр бер үҙегеҙ икән, иң тәүҙә уң ҡулды, шунан башты, шунан һул ҡулды үткәрәһегеҙ, шунан иң тәүҙә – уң аяҡ менән, шунан һул аяҡ менән ашатлап сығаһығыҙ". Ана шул сығыуығыҙ Тамуҡ утына ашатлап сығыу булмаһын! Ни йөрәк менән Ҡөрьән аяттары аша атлап сыҡмаҡ кәрәк?! Динебеҙҙә был Изге китапты хатта кендектән дә аҫтараҡ тотоу тыйылған. Ҡөрьән өҫтөндә икенсе китап та ятырға тейеш түгел. Ә һеҙ уны аяҡ аҫтына һалып, ниндәйҙер шифа өмөт итәһегеҙме?!

Ярай ҙа, ҡулланмала тәһәрәт алырға ҡушҡандар. Әммә күптәр өсөн бит тәһәрәт алыу – ул ни бары хәжәт үтәй торған ергә ҡомған тотоп барыу ғына. Ҡыҙғанысҡа күрә, әле күп халыҡ дин буйынса дөрөҫ итеп тәһәрәт алырға ла белмәй. Өйрәнегеҙ шуны, "Фатиха" сүрәһен ятлағыҙ, намаҙға баҫығыҙ һәм ихласлап Раббығыҙға һыйынығыҙ. Ана шунда булыр һеҙгә бәхет һәм күңел тыныслығы, ин шәә Аллаһ!

 

https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_3617 

Автор:
Читайте нас