Мөхәррәм айының тағы ла бер үҙенсәлеге – уның «Ғәшүрә» тип аталған унынсы көнө. Был көндө ураҙа менән үткәреү бик хуп күрелә. Бының турала хәҙистәр бар, шуларҙың ҡайһыларын килтерәйек. Әр-Рубәййә бинт Мүғәүүиҙ тигән сәхәбә ҡатын һөйләүенсә, «Ғәшүрә көнөнөң уртаһында пәйғәмбәр (ﷺ) ансарҙар йәшәгән ауылға кешене ебәрҙе һәм уларға шуны әйтергә ҡушты: “Кем бөгөн ураҙа тотмай, шул көндөң аҙағына тиклем ашау һәм эсеүҙән туҡтаһын, ә кем иртәнән ураҙа тота, шул дауам итһен”. Бынан һуң беҙ ураҙа тоттоҡ һәм балаларыбыҙға ла быны ҡуштыҡ. Уларҙан кемдер асығып илай башлаһа, буялған йөндән уйынсыҡтар яһап, беҙ уларҙы ифтар ваҡыты еткәнсе әүерәтеп торҙоҡ». (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан).
Ибн Ғәббәс риүәйәт итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) Мәдинәгә килгәндә, йәһүдтәрҙең Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоуон күрҙе. Уларҙан был көн тураһында һорағас, йәһүдтәр: «Был бөйөк көн! Ошо көндә Аллаһ Тәғәлә Исраил улдарын уларҙың дошманынан ҡотҡарған, һәм Муса был көндә ураҙа тота башлаған» – тинеләр. Быға пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): «Мин һеҙгә ҡарағанда Мусаға яҡыныраҡ» – тине һәм үҙе лә ураҙа тота башланы һәм сәхәбәләргә лә быны бойорҙо. (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан).
Ибн Ғәббәстән Ғәшүрә ураҙаһы тураһында һорағастар, ул: «Ғәшүрә көнөнән башҡа пәйғәмбәрҙең (ﷺ) ниндәйҙер көндө өҫтөнөрәк күргәне өсөн ураҙа тотоуон белмәйем. Шулай уҡ Рамаҙан айынан башҡа ниндәйҙер айҙы өҫтөнөрәк күргәне өсөн унда ураҙа тотоуо миңә билдәле түгел». (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан).
Шулай уҡ Әбү Ҡатәдә риүәйәт итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) шулай тине: «Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала булған кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йыл һәм быйыл ҡылынған гөнаһтарҙы юйыр тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа өсөн Ул үткән йыл гөнаһтарын юйыр тип өмөт итәм». (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан).
Тимәк, Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа үткән йылдың гөнаһтарын юя, шуға ошо көндө үткәреп ебәрмәгеҙ – мосолман календарына, дөрөҫ календарға иғтибар итегеҙ!
Пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺ) Аллаһ Тәғәлә хозурына күсергә бер нисә ай ҡалғас, ул: «Киләһе йылға тиклем ҡалһам, туғыҙынсы Мөхәррәмдә лә ураҙа тотасаҡмын» – тине. (Мүслим риүәйәт итте). Ләкин пәйғәмбәребеҙгә (ﷺ) киләһе
Мөхәррәмгә тиклем йәшәргә насип булманы... Ә беҙгә Мөхәррәм айының туғыҙынсы көнөн дә («Тәсүғә»), унынсы көнөн дә («Ғәшүрә») ураҙа, истиғфәр, зикерҙәр һәм доғалар менән үткәрергә мөмкинселек бирелә. Ғәшүрә көнө тотолған ураҙабыҙ ҡабул булып, үткән йыл хаталарыбыҙҙан таҙарынып, был йылды икенсе хәләт менән башларға, йылдың билдәле көндәрендә генә түгел, ә бөтә ваҡытта ла дөрөҫ мосолман булып йәшәргә яҙһын. Джәһилийәнән һәм уның байрамдарынан арынырға ярҙам итһен. Әмин.
Әбү Әхмәт хәҙрәт
"Йома хөтбәләре" китабынан