Мәүлитте байрам итергә яраймы? (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)
ҺОРАУ: Бер кем дә, уны мотлаҡ үткәрергә кәрәк, тип иҫәпләмәһә һәм уны үткәреүҙе билдәле бер ваҡытҡа (мәҫәлән, рабиғел-әүәл айына йә уның тап 12-се көнөнә – тәрж.) бәйләмәһә, ә, Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратыу йөҙөнән, йылдың ниндәй көнөндә булһа ла үткәрһә, ошондай шарттарҙа Мәүлит сараһы рөхсәт ителәме? Шуны белергә ине. Мин, әгәр ул сараға хаталы ышаныуҙар кертелмәһә – рөхсәт ителә, тинем...
ЯУАП: Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!
Кеше Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ﷺ үҙенең ата-әсәһенә, балаларына, үҙенә һәм бөтә кешеләргә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата башламайынса, уның иманы теүәл булмаясаҡ.
✳️ "Мине үҙ ата-әсәһенә, балаларына һәм ғөмүмән бөтә кешеләргә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата башламайынса, берегеҙҙең дә иманы (теүәл) булмаҫ", – тигән был турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
📚 әл-Бохари, "Сахих", 15; Мөслим, "Сахих", 44.
Тәүҙә Мәүлит сараһын үткәреүҙе рабиғел-әүәл айы менән айырыу һорауын асыҡлап китәйек. Билдәле булыуынса, Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ﷺ мөьминдәр өсөн мөкәммәл (идеаль) үрнәк итеп ебәрә. Дин тотоуҙа ла, көнкүреш донъя эштәрендә лә.
💠 "Аллаһ рәсүле – һеҙҙең өсөн күркәм үрнәк", – тиелгән Ҡөрьәндә (33:21).
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тотҡан дингә тура килмәүсе һәр бер ғәмәл Аллаһ хөкөмө тарафынан (Ҡиәмәт көнөндә) кире ҡағыласаҡ. Был турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе шулай тигән:
✳️ "Кем беҙҙең был эшкә (Ислам диненә) унда булмаған яңы нәмә өҫтәй, шул – инҡар ителеүсе".
📚 әл-Бохари, "Сахих", 2697; Мөслим, "Сахих", 1718.
Мәүлитте байрам итеү – ул Ислам диненә аҙаҡ өҫтәлгән яңы нәмә, бидәғәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тотҡан Ислам динендә ундай ғәмәл булмай, сәхәбәләр менән тәбиғиндәр ҙә был ваҡиғаны бер ҡасан да байрам итмәгән. Бөйөк ғалим Әнүәр Шаһ әл-Кәшмири әл-Хәнәфи (Аллаһ уға рәхимле булһын) былай тигән:
📖 "Был яңы нәмәне (бидәғәтте) суфыйҙар 600-сө йылдарҙа Ирбил солтанлығы заманында кертә. Әммә аҫыл шәриғәттә уның бер ниндәй ҙә нигеҙе юҡ".
📚 Ҡара: "Шәрх Сүнән әт-Тирмиҙи", 2/82.
Ғалимдар әйтеүенсә, Мәүлит байрам итеү бидәғәтен беренсе булып башлап ебәреүсе – ул Ирбил хакимы Моҙаффар ибн Зәйнетдин. Был хәл пәйғәмбәрлек дәүере тамамланғандан һуң алты быуат үткәс була. Мөғизетдин Хәсән шәйх әл-Хәрәзми (Аллаһ уға рәхимле булһын) "әл-Ҡаүл әл-Мүғтәмәд" тигән китапта:
📖 "Ирбил хакимы Моҙаффар Күкбүре диндән йыраҡ һәм дәүләт милкен әрәм-шәрәм итеүсе башлыҡ була. Ул үҙ эргәһендәге ғалимдарға ниндәй ҙә булһа фиҡһ мәҙһәбенә эйәреүҙән баш тартырға һәм үҙ фекерҙәренә ярашлы эш итә башларға бойорған. Бер төркөм ғалимдар уға буйһона. Һәм ул рабиғел-әүәл айы оҙайында Мәүлит байрам итеүҙе ойоштороп ебәргән. Хакимдар араһынан был тәжрибәне беренсе булып кертеүсе ул була", – тип бәйән итә.
Уға был бидәғәт эштәрендә Әбүл-Хаттаб Ғүмәр ибн әл-Хәсән ибн Дихйә әл-Кәлби әл-Әндәлүси исемле "ғалим" ярҙамсы һәм терәк булып йөрөй. Был кеше хаҡында Ибн Кәҫир (Аллаһ уға рәхимле булһын) хәбәр иткән ҡылыҡһырламалар араһында әс-Сибт әйткән шундай һүҙҙәр ҙә бар:
📖 "Ул, Ибн Ғүнәйн (боҙоҡ бер шағир – тәрж.) кеүек, мосолмандарҙы хурлау һәм яманатлау менән булышҡан. Һөйләгәндә арттырып һөйләгән, шуға кешеләр унан риүәйәттәр (хәҙистәр) тапшырыуҙан баш тарта һәм уны ялғансыға сығара".
📚 Ҡара: Ибн Кәҫир, "әл-Бидәйәһ үән-Ниһәйәһ", III, 144-146-сы биттәр.
Ибн Хәджәр әл-Ғәсҡаләни (Аллаһ уға рәхимле булһын) уның тураһында үҙ иҫкәрмәһендә:
📖 "Мәҙһәбе яғынан – ҙаһири. Имамдарҙы һәм сәләф ғалимдарҙы хурлаусы, әсе телле, ахмаҡ, үтә тәкәббер, дини мәсьәләләрҙә тар ҡарашлы һәм иғтибарһыҙ", – тип яҙып ҡалдырған.
📚 Ҡара: "Лисән әл-Мизән", 4:296.
Бөтә был телгә алынғандарҙан Мәүлитте байрам итеүҙе ниндәй төр кешеләр башлап ебәргәнлеге асыҡ аңлашыла.
Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ иң нығы иһә сәхәбәләр яратҡан, ләкин улар бер ваҡытта ла Мәүлит байрам итмәй. Уның ﷺ вафатынан һуң улар тағы ла яҡынса йөҙ йыл тирәһе йәшәй, әммә, изге Пәйғәмбәргә ﷺ сағыштырғыһыҙ тәрән мөхәббәттәренә ҡарамаҫтан, береһе лә Тыуған көн (Мәүлит) үткәрмәгән. Әгәр Мәүлит, ысынлап та, шул тиклем дә яҡшы һәм Аллаһ Тәғәлә тарафынан илһамландырылған сара булһа, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уны үткәрергә өммәткә үҙе ҡушҡан булыр ине. Йә иһә, кәмендә, уның ﷺ аҫыл сәхәбәләре быны тәжрибә ҡылыр ине. Әммә уларҙың бер ғәмәлендә лә Мәүлит байрам итеүгә дәлилдәр юҡ. Ошоларҙан асыҡ күренеүенсә, Мәүлит байрам итеү – ул бидәғәт һәм Ислам дине менән һис кенә лә уртаҡлығы булмаған эш.
Өҫтәүенә, Мәүлит сараларында бүтән күп кенә гонаһтар ҙа ҡылына: музыка уйнатыу, ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатышыуы, исраф, фарыз намаҙҙарҙың ваҡытын шылдырыу һәм башҡаһы – ундай төр йыйылыштарҙа осраған бихисап хаталарҙың бәләкәй бер өлөшө генә был. Ул ғына ла түгел, Мәүлит байрам итеү – ул Ғайса Мәсихтең (ғәләйһиссәләм) тыуған көнөн (Раштыуаны) байрам итеүсе насраниҙарҙы (христиандарҙы) туранан-тура ҡабатлап маташыу күренеше лә.
🔴 Ғөмүмән, үрҙә килтерелгәндәрҙе йомғаҡлап әйтһәк, Мәүлит байрам итеү – һис яраған нәмә түгел. Хатта кешенең, Пәйғәмбәр ﷺ был сараға үҙе килә, тигән хаталы инанысы булмаһа ла. Мосолмандар Сөннәтте тергеҙеү һәм бидәғәттәргә (Ислам диненә аҙаҡ өҫтәп кертелгән яңы нәмәләргә) нөктә ҡуйыу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ күрһәтергә тейеш. Һәр кем, ниндәйҙер ғәмәл ҡылыр алдынан, башта ул ғәмәл тураһында Аллаһтың хөкөмө ниндәй икәнен белһен (белешһен).
✅ Әгәр ҙә йыйылыштар осраҡлы рәүештә үткәрелеп (ниндәйҙер махсус көнгә йә айға бәйләмәйенсә – тәрж.), унда Пәйғәмбәр ﷺ хаҡында, уны ﷺ яратыу һәм уның Сөннәтенә эйәреү тураһында һөйләнелһә (мәҫәлән, шиғырҙар уҡылһа һәм башҡаһы – тәрж.), был рөхсәт ителә. Әлбиттә – ундай сараларҙа Ислам диненә тура килмәгән бер нәмә лә ҡатыштырмау шарты менән. Бындай хөкөм түбәндәге сахих риүәйәткә нигеҙләнгән:
✳️ Бер мәл Хәссән ибн Ҫәбит (Аллаһ унан риза булһын) мәсеттә шиғыр көйләп торғанында, эргәһенән үтеп китеп барыусы Ғүмәр (Аллаһ унан риза булһын) уға ҡырын (шелтәле) ҡараш ташлай. Хәссән уға яуап итеп: "Был мәсет эсендә һинән яҡшыраҡ кеше (Пәйғәмбәр ﷺ) булғанда ла мин шиғыр көйләй торғайным!" – ти.
📚 әл-Бохари, "Сахих", 3212; Мөслим, "Сахих", 2485.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.
📝 Фәтүә биреүсе: Исмәғил Муса мөфтөй. Фәтүәне тикшереүсе һәм хуплаусы: Ибраһим Десәи мөфтөй.
https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_3671%2Fall
Фото Р.Назаровой