Әй, Әҙәм балаһы! Әгәр һин фәҡәт Аллаһтың ҡоло икәнеңде аңлаһаң, үҙеңде башҡа төр мәхлүкәттән (тереклектән) өҫтөн икәнеңде белерһең. Әгәр һин Хаҡ Тәғәләнең ҡоло икәнеңде танымаһаң, сибек кенә әйберҙең ҡолона әүерелеп, үҙеңде харап итерһең.
Мин-минлеккә бирелеп, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыуҙан ситләшһәң, Раббыңдың ҡәһәренә юлығып, аңһыҙ һәм көсһөҙ генә мәхлүк дәрәжәһенә түбән төшөүең бик ихтимал. Ул сағында үрмәксе йәки себен кеүек аңһыҙ ҙа, көсһөҙ ҙә ҡалыуың ихтимал. Әммә шуныһы ла мәғлүм: аңһыҙ һәм көсһөҙ мәхлүк хәлендәге кешенең тау күтәрә алмаҫлыҡ ғазаптар сығанағына, тирә яҡтағылар өсөн ҡот осҡос зыянлы затҡа әүерелеүе мөмкин.
Шулай итеп, кешегә ике төрлө хәләт бирелгән. Беренсеһе - изгелек итеү, яҡшылыҡ ҡылыу, донъяны биҙәү һәләте. Икенсеһе - уҫаллыҡ, яуызлыҡ һәм һәләкәт килтереү һәләте.
Тәүге хәләте буйынса кеше - тауҙарҙан юғарыраҡ зат. Ошо хәләте - йәғни изгелек итеү, яҡшылыҡ ҡылыу һәләтен үҙ иткән саҡта кеше тауҙар күтәрә алмаҫлыҡ оло йөктө иңенә күтәрә ала.
Икенсеһендә Кеше — бал ҡортонан да, турғайҙан да түбәнерәк зат. Ошо хәләтендә кеше — себендән дә сибегерәк йән эйәһе.
Аллаһ кешегә ошо ике юлдың береһен һайлау форсатын биргән. Сөнки кеше - азат шәхес. Кешегә Аллаһ Тәғәлә аң (ираҙә) биргән. Шул аңы ике юлдың береһен һайларға мөмкинлек бирә лә инде.
Аңы изгегә төбәлгән кеше ике донъяла ла рәхәтлектәргә өлгәшер,
ин шәәъ Аллаһ.
(Дини календарҙән)
Башдонъя төркөмөнән