Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төндә Аллаһҡа ошо һүҙҙәр менән ялбар

Доғаға яуап бирелер, тиелә хәҙистә.    

Төндә Аллаһҡа ошо һүҙҙәр менән ялбар
Төндә Аллаһҡа ошо һүҙҙәр менән ялбар

Әгәр кеше төндә ошо һүҙҙәрҙе әйтһә, уның гонаһтары кисерелер, әгәр ҙә артабан Аллаһҡа башҡа доға арҡылы ялбарһа, уның доғаһына яуап бирелер, әгәр ҙә ул тәһәрәт алып, намаҙ уҡыһа, намаҙы ҡабул булыр (әл-Бохари йыйынтығына ингән хәҙискә ярашлы).

Уҡылышы:

"Ләә иләәһә илләл-лааһу үә́хдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мү́лкү үә ләһүл-хә́мдү, үә һү́уә ғәләә кү́лли шә́йьин ҡадиир.
Сүбхәәнал-лааһи үәл-хә́мдү лил-ләәһи үә ләә иләәһә илләл-лааһу үәл-лааһү ә́кбәр, үә ләә хә́үлә үә ләә ҡү́ууәтә илләә бил-лә́һил-ғәли́ййил-ғәҙыиим, Ра́бби-ғфир лии".

Мәғәнәһе:

"Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Ул ‒ Яңғыҙ, Уның тиңдәше юҡ. Бөтөн хакимлыҡ ‒ Уныҡы, йәнә барлыҡ маҡтау Уға ғына, һәм Уның көс-ҡөҙрәте барлыҡ нәмәгә тулыһынса етә. Аллаһ кәмселектәрҙән Пак. Бөтөн маҡтауға Аллаһ ҡына лайыҡ. Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Аллаһ Бөйөк. Юғары һәм Оло Аллаһтан башҡа һис кемдә көс тә, ҡеүәт тә юҡ. Раббым, мине кисерә күр!"

Фото: "Мосолмандың ҡәлғәһе" китабы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: