Даирә
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Оло йәштәге инәй нисек хажға барған?

Өс ай буйы ҡайтмайынса...

Оло йәштәге инәй нисек хажға барған?
Оло йәштәге инәй нисек хажға барған?

Әбйәлил районының Мораҡай ауылында йәшәгән Мөнирә апай Сәйәрова ғөмрә хажы ҡылыу өсөн, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Себер яғына барып аҡса эшләп, ниәтен тормошҡа ашырған. Ошо көндәрҙә ул изге сәфәрҙән ҡайтҡан.

Ул тәүҙә өс ай буйына ҡайтмайынса Яңы Уренгойҙа эшләгән, аҙаҡ тағы 45 көнгә киткән. Айына 60 мең һум хеҙмәт хаҡы алып, күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә булған. "Иҙел-тур" аша бәйләнешкә сығып, ғөмрә хажы ҡылып ҡайтҡан.

Бына бит ниндәй көслө рухлы ағинәйҙәребеҙ бар! 

Фото: видеонан скриншот.

Видеояҙма ватсап мессенджерынан алынды.

 

Автор:Карима Усманова.
Автор:
Читайте нас: