Даирә
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Шәүүәл айы ураҙаһын нисек тоторға?

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Бер кеше Рамаҙан айында ураҙа тотоп, Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа...

Шәүүәл айы ураҙаһын нисек тоторға?
Шәүүәл айы ураҙаһын нисек тоторға?

Рамаҙан айы тамамланһа ла, шәүүәл ураҙаһын дауам итергә була.Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм әйткән: «Рамаҙан ураҙаһынан һуң Шәүүәл айында кем алты көн ураҙа тотһа, шул кеше тулы йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр, сөнки беҙҙең шәриғәтебеҙҙә бер изгелеккә ун өлөш сауаптан кәм булмаҫ. Иҫәп-хисап итһәк утыҙ көнгә өс йөҙ көн ураҙа сауабы булыр. Алты көнгә алтмыш көн ураҙа сауабы яҙыла. Был өс йөҙ алтмыш көн ысын мәғәнәһендә бер йыл булыр».Бер кеше шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа: Беренсе көндө теге шул кешенең ҡырҡ йылдыҡ ғонаһы ярлыҡаныр. Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ғәмәл дәфтәрен Ҡиәмәт көнөндә уң ҡулына бирер. Ул кешегә Аллаһ Тәғәлә йәннәт хөлләләренән ҡырҡ хөлләләрен кейҙерер. Ул кешегә ҡырҡ дәрәжә бирелер. Икенсе көн ураҙа тотһа шул Шәүүәл айында, уға етмеш хаж сауабын яҙалар.

Рамаҙан айы тамамланһа ла, шәүүәл ураҙаһын дауам итергә була. Уның сауаптары ныҡ ҙур. Тәртибе нисек һуң? Шәүүәл айы ураҙаһын Ураҙа ғәйете үткәс тә тота башларға мөмкин. Иң сауаплыһы алты көн дауамында өҙмәй тотоу хәйерле тиҙәр. Көн аша, йәки ике-өс көн аша ла тоторға була.
Шулай уҡ шәүүәл айы үткәнсә лә тоторға мөмкин. "Шәүүәл айы ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым" тип ниәтләйҙәр. Ә инде Рамаҙан айының тотмай ҡалған ураҙаһы булһа, "Ниәт ҡылдым Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн Рамаҙан айының үтәмәй ҡалған көнөнөң ураҙаһын ҡаза ҡылып тоторға" тип ниәтләйҙәр.
Рамаҙан ураҙаһы фарыз (ҡәтғи рәүештә үтәргә тейешбеҙ), ә шәүүәлдеке нәфел (ирекле) – тотһаң һис шикһеҙ сауаплы булырһың, тотмаһаң - гонаһ юҡ.
Рамаҙан айында ниндәйҙер сәбәп менән (ауырыу, юл һәм башҡа) ҡалдырған икәнегеҙ, шул көндәр өсөн Шәүүәлдә тотоп ҡуйырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Бер кеше Рамаҙан айында ураҙа тотоп, Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, ожмахҡа инер», — тигән.
 
Автор:
Читайте нас: