Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Әр-Рәхим” мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды.     

Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!
Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!

10 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Әр-Рәхим” мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе ҡорам комплексын ҡараны һәм объектта монтажлау, биҙәкләү эштәрен дауам итеү буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе.

Мәсетте 2006 йылда төҙөй башлағайнылар. Төҙөлөштө ваҡыты-ваҡыты менән төрлө инвесторҙар финансланы. 2016 йылда эш туҡталды. 2021 йылдың аҙағына тиклем ҡорамды төҙөү өсөн 1,8 миллиард һум йәлеп ителде.

2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы “Әр-Рәхим” мәсетендә төҙөлөштө яңыртыу буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Ошонан һуң белгестәр объектты комплекслы тикшерҙе һәм уның торошон баһаланы. Төҙөлөш майҙансығын ҡарағанда республика Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев Башҡортостан Башлығына тикшереү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр иткәйне. Шулай итеп, монолит конструкциялар хәле ҡәнәғәтләнерлек тип танылды. Дөйөм металл конструкцияларын тергеҙергә һәм айырым элементтарҙы көсәйтергә талап ителә.

Фасад эштәрен тамамлауҙы 2024 йылдың икенсе кварталында планлаштыралар. Бының өсөн подряд ойошмаһы билдәләнгән, мәсетте төҙөп бөтөүҙең этаптар буйынса планы төҙөлгән. Шулай уҡ мәрмәрҙе Грециянан килтереү буйынса халыҡ-ара килешеү төҙөлгән. Таштан эшләнгән әйберҙәрҙе Башҡортостанға бер-ике ай эсендә килтерәсәктәр.

Эшлекле кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Башлығы барлыҡ төҙөлөш эштәренең “юл картаһы”н төҙөргә, шулай уҡ мәсет эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү буйынса проектты әҙерләргә ҡушты. Уны республика мосолмандары Диниә назараты вәкилдәре, инвесторҙар һәм башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар менән берлектә һөйләшәсәктәр.

- Беҙ мәсет менән шөғөлләнәбеҙ. Минең һайлау алдынан беренсе вәғәҙәм – киләһе срок эсендә мәсетте төҙөп бөтөү. Был ваҡыт эсендә ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Күп ваҡытты бинаны тикшереүгә үткәрҙек. Һөҙөмтәләр айырым проблемаларҙың барлығы асыҡланы. Дөйөм алғанда, конструкциялар һәм купол һаҡланған. Проект-смета документтары өлөшләтә юғалған. Уны тулыһынса тергеҙҙек, экспертиза үткәрҙек һәм объектты төҙөү мөмкинлеген биргән документтар тулыһынса бар, – тине Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. – Майҙансыҡта әҙерлек эштәрен башланыҡ. Бер-ике ай эсендә мәсет фасадын биҙәкләү эшен планлаштырабыҙ. Был йылда шулай уҡ конструкция йәһәтенән булған барлыҡ проблемаларҙы бөтөрөү мәсьәләһен ҡуйғанбыҙ. Төҙөлөштө финанслау сығанаҡтары асыҡланған. 2024 йылда мәсетте күтәреүгә 1 миллиард һум йүнәлтеләсәк.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ ҡорам комплексын төҙөп бөтөү эшенең изге Ураҙа байрамда башланыуы тураһында әйтте.

- Беҙ тап ошо көндә Аллаһы Тәғәлә фатихаһы менән эште башлау өсөн килдек. Был – изге билдә, тип иҫәпләйем, - тине Радий Хәбиров. – Һәм “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөп бөтөүгә тотонғанбыҙ икән, был изге эште мотлаҡ тамамлаясаҡбыҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе  Юлдаш Йосопов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөп бөтөү тураһындағы вәғәҙәһенә бәйле түбәндәгеләр тураһында һөйләне.

 – Изге Ураҙа байрамында Радий Фәрит улының “Әр-Рәхим” мәсетенең төҙөлөп бөтөлөүе тураһында әйтеүе бик урынлы һәм бик кәрәкле булды тип уйлайым. Сөнки төҙөлөш башланғандан алып, был мәсет башҡорт халҡы, Башҡортостан өсөн символ булып тора. Шуға күрә уның төҙөлөп бөтөүе – оло намыҫ эше, тип уйлайым, - тине Юлдаш Мөхәммәт улы. – Радий Фәрит улының үҙ инициативаһы менән ошо төҙөлөштө тамамлау тураһында ниәт итеүе бик ҡыуаныслы. Артабан, был төҙөлөш эштәре тамамланғас, барыбыҙ ҙа ҡыуанырбыҙ, әлбиттә. Был мәсет Башҡортостаныбыҙҙа үҙенең сағыу урынын биләр, тип уйлайбыҙ.

Фотолар, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/176463.html

 

Автор:Айһылыу Низамова
 
 
 
 
 
Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!
Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!
Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!
Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!
Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!
Байрам көнөндә - яҡшы яңылыҡ!
Автор:
Читайте нас: