Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауылда аҙан тауышы

Бына изге Рамазан айы ла үтеп китте. Ҡарлыман ауылында быйыл бик күптәр ураҙа тотто,ифтар мәжлестәре ойошторҙо, мәсеткә тәрәүих намаҙына йөрөнө, фитыр саҙаҡалары килеп һалып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ сауап алды.

Ауылда аҙан тауышы
Ауылда аҙан тауышы

Бер ай буйына хәҙрәт Айҙар Венер улы Ҡолғонин имам вазифаһын башҡарҙы, ауыл өҫтөнә моңло аҙан яңғыратты, фәһемле вәғәздәр һөйләне, доғалар уҡыны, Ҡөръән серҙәренә төшөндөрҙө, Ислам ҡанундарын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен аңлатты. Ауылыбыҙҙан ғына түгел, район үҙәгенән дә мәсетебеҙгә ир-егеттәр килеп йөрөнө, намаҙ уҡырға, аҙан әйтергә өйрәнеп, белемдәрен һананы. Мәзин Айҙар Мәғәфүр улы Ҡолғонин мәсет эшмәкәрлеген әүҙем ойошторҙо. Тырыш һәм хәстәрлекле ауылдашыбыҙ Зөлфәр Рифҡәт улы Хөсәйенов ватсаптағы ауыл төркөмөнә даими рәүештә рамазан айына, ғөмүмән,динебеҙ тураһында мәғлүмәттәр яҙып торҙо. Бер туғандай аралашып йөрөп, Рамазан айы бөтөп айырылышҡас, нисектер моңһоу ҙа булып ҡалды.

Ураҙа ғәйетенә ауыл халҡы дәррәү килде. Имам-хатиб Зәбир Ҡолғонин вәғәз һөйләгәндән һуң, намаҙ уҡылды, саҙаҡаларға доға ҡылынды. Һуңынан староста Нур Ғәҙелшин, район хакимиәте вәкиле Рифат Аҫылғужин, Табын ырыуҙары ойошмаһының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев, педагогик хеҙмәт уҙаманы Клара Абакачева, нефть-газ сәнәғәте уҙаманы Зөлфәр Хөсәйенов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе. Икенсе йыл инде ауылыбыҙ килене,шәхси эшҡыуар Альбертина Михайловна Янтураева табын ҡороу өсөн сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды. Зөлфиә Аласова телде йоторлоҡ былау бешерҙе, уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ  Гөлсөмә Исхаова, Розалия Ҡолғонина, Миңзилә Абакачева, Ләйлә Юнысова, Рита Ҡолғонина, Алина Кучкарова, Зөлфиә Фәхретдиновалар мәсетте йыйыштырҙы, төрлө тәм-томдарҙан бай табын өҫтәлдәре ҡорҙо.
Мәсеттә уҙған йәмле, ҡыуаныслы байрам күңелдәрҙә йылы тойғолар ҡалдырҙы, туған-тыумасалар менән өйҙәрҙә әҙерләнгән табындарға күсте. Барыһы ла алдағы өмөттә тик яҡшылыҡ теләп таралды.

Фәрғәт Ҡотлобаев.

Автор:
Читайте нас: