Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ураҙаның ҡабул булыу билгеләре

Көтөп алған ураҙа айы ла тамамланыуға табан бара. Был айҙа Аллаһы Тәғәлә тыйғандарҙан тыйылып, уның ҡушҡандарын үтәп, һәр кем оло сауап алырға өмөт итә. Ураҙаның ҡабул булыуын нисек белергә? Баҡтиһәң, дин белгестәре әйтеүенсә, изге ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул булыу- булмау билдәләре лә бар.    

Ураҙаның ҡабул булыу билгеләре
Ураҙаның ҡабул булыу билгеләре

Рамаҙанда кемдер уңышҡа иреште, ә кемдер юғалтыу кисерҙе. Аллаһ ҡаршыһында уңышҡа ирешкән кеше, ураҙаһы ҡабул булған, гонаһтары кисерелгән кеше. Юғалтыу кисереүсе кешегә килһәк, ул — ураҙаһы ҡабул булмаған, әхлағы яхшырмаған һәм гонаһтары кисерелмәгән бәндә.

  • Рамаҙан айында гонаһ ҡылыуҙан туҡтап, шул гонаһҡа әйләнеп ҡайтмау. Был айҙа гонаһтан тыйылып, был ай бөткәндән һуң яңынан шул уҡ гонаһҡа әйләнеп ҡайтыу — ураҙа тотоуҙан файҙа алмауҙың һәм әжер-сауапҡа ирешмәүҙең бер билдәһе. Күп кеше Рамаҙан айында тәүбә итә, ләкин эсенән: «Дөрөҫөн әйткәндә, мин кире гонаһҡа ҡайтыуымды беләм», — тип әйтә. Шундай кеше Аллаһтан ярҙам һорап, «Инша'Аллаһ – Аллаһ теләһә мин гонаһ ҡылмаясаҡмын», тип үҙ-үҙенә һүҙ бирергә тейеш. Әгәр ҙә ул ихлас күңелдән булһа, Аллаһ Тәғәлә уға ярҙам итәсәк

 

  • Ҡылған ғәмәлдәренең ҡабул булмауынан ҡурҡыу.  Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙан файҙа алған кеше хәйерле ғәмәлдәрҙе бик күп ҡылыуына ҡарамаҫтан, Аллаһ алдында үҙ ғәмәлдәренең ҡабул булмауынан ҡурҡа. Шуға күрә ул Аллаһтың ғәфү итеүенә үә рәхмәтенә өмөтләнә.
  • Рамаҙандан һуң, дауамлы рәүештә хәйерле ғәмәлдәр ҡылыу;
       Ысынында, изгелектең ҡабул ителеү ғәләмәте булып, унан һуң башҡа төрлө изгелектәр ҡыла башлау һанала. Йәғни, әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә кешенең ураҙаһын ҡабул итһә, Ул уны Үҙенә тағы да күберәк яҡынайһын өсөн хәйерле ғәмәлдәр ҡылырға этәрә.

 

  • Рамаҙандан һуң нәфел ураҙалар тота башлау — был айҙа тотҡан ураҙа ҡабул булыуының бер билдәһе. Әгәр ҙә Аллаһ кешенең изге ғәмәлен ҡабул итһә, Ул уға башҡа төрлө изге ғәмәлдәр ҡылырға ярҙам итә.

 

Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

 

Автор:Айгөл Айытҡолова

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2024-04-05/ura-any-abul-bulyu-bilgel-re-3715460?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37737692

 

Автор:
Читайте нас: