Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Арҡаһында бала ятҡас...

7 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.    

Арҡаһында бала ятҡас...
Арҡаһында бала ятҡас...

Ата-әсәнең иң ҙур бурыстарының береһе – яҡшы балалар тәрбиәләү. Үҙенә күркәм холоҡло алмаш үҫтергәндәр фани донъяла ла, ахирәттә лә бәхетле була. Тәрбиә биреү йәһәтенән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо – бик яҡшы үрнәк.

Тағы бер хәҙискә иғтибар итәйек. Йәмәғәт менән уҡылған намаҙ ваҡытында Пәйғәмбәребеҙ сәждәнән оҙаҡ тормағас, сәхәбәләрҙән берәү башын күтәреп ҡараған да уның арҡаһында бала ятыуын күргән. Намаҙҙан һуң кешеләр: “Эй, Аллаһтың илсеһе! Намаҙҙың уртаһында һин оҙаҡ сәждәлә ҡалғас, берәй нәмә булып киттеме, әллә һиңә үәхи киләме икән, тип хәүефләнә башланыҡ”, – тигәс, Пәйғәмбәребеҙ: “Юҡ, ундай нәмәләрҙең береһе лә булманы. Ейәнем өҫтөмә менеп ултырҙы ла, мин уны, уйнап туйһын тип, ҡабаландырмаҫҡа тырыштым”, – тип аңлатҡан.

Рамаҙан айы балаларыбыҙға яҡшы тәрбиә биреү эшенә тағы ла ҙурыраҡ ынтылыш бирһен, иншаллаһ!

Иртәгәгә, 7 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосомандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
 
 
 
Автор:
Читайте нас: