Фытыр саҙаҡаһы
Фытыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылына бер мәртәбә бирелә.
Фытыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла.
Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле. Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр (бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм).
Пәйғәмбәребеҙ: “Фытыр саҙаҡаһын биргәнсе, ураҙаларыбыҙ күк үә ер араһында аҫылынып тора”, - тигән. Әгәр бер кеше фытыр саҙаҡаһы бирһә, ул кешенең гонаһтары ярлыҡана (паҡлана), уттан (йәһәннәмдән) ҡотола, ураҙаһы ҡабул була, йәннәткә инергә лайыҡлы була, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең изгелектәрен ҡабул ҡыла, сират күперенән йәшен тиҙлеге менән үтәсәк, Миҙан үлсәүендә изгелеге ауыр килә, ураҙаһы ҡабул булмайынса, кире ҡайтарылмай.
Фытыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында бирә алмаһаң, бурыслы булаһың, һуңынан бирергә тейеш булаһың. Бәлиғ булған бала һәм ҡатын өсөн биреү вәжиб түгел.
Фытыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә.
1.Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы - фәҡир тип һанала.
2.Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс-ҡеүәте булмағандарға.
3.Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн
Кемдәргә фытыр саҙаҡаһы бирелмәй: үҙ атай-әсәйеңә, өләсәй-олатайыңа, балаларыңа, ейәндәреңә, ир - ҡатынына, ҡатын - иренә, байҙарға.
Фытыр саҙаҡаһын Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ, сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөрөү артығыраҡ. Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу дөрөҫ. Уны аҡсалата йәки ризыҡ менән бирергә була.
Фытыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандар ҙа бирергә тейеш.
Фытыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға:
“Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ Тәғәлә, фытыр саҙаҡаһы биреүсенең ураҙаһын ҡабул ит, доғаһын ҡабул ит гонаһтарын ғәфү ит. Иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр, уны хәйерле маҡсатына ирештер.
РФ Мосолмандарының Диниә назараты 2024 йылда нисек ураҙа тотоу, фытыр саҙаҡаһы, фидиә (һаулыҡ торошо йәки ҡартлыҡ сәбәпле ураҙа тота алмағандар өсөн), зәкәт (нисабы билдәле күләмгә етһә, байҙар түләй торған аҡса – мал) буйынса фәтеүә сығарҙы.
Фытыр саҙаҡаһының күләме 2024 йылда аҙ килемле кеше башына - 150 һумдан (финик, арпа, бойҙай, йөҙөм һәм сахих хәҙистәрҙә телгә алынған аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡынан сығып иҫәпләнгән).
Уртаса килемле кеше башына – 800 һум, байҙар өсөн йән башына – 1200 һумдан.
Фидиә саҙаҡаһының (етди сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмаған кешеләр өсөн) - минималь күләме - көнөнә 350 һумдан, ай буйы тота алмаһа, ошо сумманы 30-ға (Рамаҙан айындағы көндәр һанына) ҡабатлай (10500 һум) һәм мохтаждарға түләй. Был сумма һәр кешенең шәхсән тәүлегенә күпме сумма ла аҙыҡ-түлек ҡулланыуына ҡарап, үҙгәрергә мөмкин.