Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙер кисе

Рамаҙан айының һуңғы ун көнө һәм төндәре Ҡәҙер кисе арҡаһында айырым урын алып тора.

Ҡәҙер кисе
Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер кисе

Рамаҙан айының һуңғы ун көнө һәм төндәре Ҡәҙер кисе арҡаһында айырым урын алып тора.

Ҡәҙер кисе - ул Рамаҙандың 21, 23, 25, 27, 29-сы төндәренең береһе. Ниндәй төн­дә икәнен Аллаһ Тәғәлә сер итеп ҡалды­рған. Шулай булмаһа, кешеләр Рамаҙан айының бөтә көндәрендә һәм төндәрен­дә вайымһыҙ йөрөрҙәр ҙә, Ҡәҙер кисендә генә ғибәҙәткә керешерҙәр ине. Ә бит Ал­лаһ Тәғәлә беҙҙең “бер көнлөк”, йә “бер төнлөк” мосолман булыуыбыҙҙы теләмәй, ә беҙҙең төҙәлеүебеҙҙе талап итә.

Ҡәҙер кисе – йылдың иң бөйөк төнө, сөнки унда ҡылынған ғибәҙәттәр мең ай, йәғни 80 йыллыҡ ғибәҙәттәрҙән дә өҫтөн: “Ысынлап та, беҙ уны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер кисендә индерҙек. Ҡәҙер кисенең нимә икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк. Ул төндө Раб­быларының рөхсәтенән төрлө эштәр өсөн күктән фәрештәләр һәм Рух төшә. Ул – таң атҡанға тиклем тыныслыҡ”, - тиелгән Ҡөрьәндә (“Ҡәҙер” сүрәһе, 97: 1 – 5 аят­тар).

Ҡәҙер кисенән “ятып ҡалмаҫ” өсөн, Рамаҙандың бөтә һуңғы төндәрендә лә тырышайыҡ.

“Кем Ҡәҙер кисендә ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән на­маҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гонаһтары ғәфү ителер”, тиелгән хәҙистә.

Кем Рамаҙан айының башында вай­ымһыҙ булды, кем уның һуңғы көндәрен­дә лә ғибәҙәттәрҙә тырышманы – шул, исмаһам, Ҡәҙер кисенән ятып ҡалмаһын – һәр кистә тәрәүихтәрен ҡылып, доға һәм зикерҙәрҙә тырышһын!

Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.) ҡатыны Ғәйшә­гә ошо кистәрҙә әйтелә торған доғаны өй­рәтте һәм: “Йә, Аллаһ! Һин Ғәфү итеүсе, ғәфү итеүҙе яратаһың, мине лә ғәфү итсе!”- тип йыш әйтергә ҡушты.

Автор:
Читайте нас: