Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ифтарға ураҙа тотмаған кешене саҡырырға яраймы?

Әгәр улар килһә...    

Ифтарға ураҙа тотмаған кешене саҡырырға яраймы?
Ифтарға ураҙа тотмаған кешене саҡырырға яраймы?

“Кем ураҙа тотоусыны ауыҙ астыра (ифтар менән һыйлай), шул уның ураҙа тотоуы кеүек үк әжер аласаҡ, ураҙа тотоусының әжере иһә бынан саҡ ҡына ла кәмемәй”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Шуға күрә лә кешеләр Рамаҙан айында ураҙа тотоусыларҙы ифтарға ҡунаҡҡа саҡырып, бынан күпләп әжер-сауап алып ҡалырға теләй. Бергә ауыҙ асыуы ла күңеллерәк.

Ҡунаҡҡа ураҙа тотмаусылар ҙа килә икән, бында ла һис ниндәй гонаһлыҡ юҡ. Кемдәрҙелер, мәҫәлән, күрше, туған булғаны өсөн саҡыраһағыҙ, тимәк, күршелек, туғанлыҡ хаҡтарын үтәгән өсөн Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшерһегеҙ. Мохтажлыҡ кисереп йәшәгән кешене ризыҡландырыу бигерәк тә сауаплы.

Өҫтәүенә, ураҙа тотҡандарҙың кәңәштәрен, тарихтарын ишетеп, ураҙа тотмағандар уйланыр, үҙҙәре лә дини ғәмәлде үтәп ҡарарға дәртләнер, иншаллаһ.

Иртәгәгә, 1 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Фото: Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты сайты.

Автор:
Читайте нас: