Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙер төнөн ҡасан көтөргә?

Унда уҡый торған доға - яҙмала.    

Ҡәҙер төнөн ҡасан көтөргә?
Ҡәҙер төнөн ҡасан көтөргә?

Мәғлүм булыуынса, Рамаҙандың һуңғы 10 көнө айырыуса әһәмиәтле. Шул аралағы таҡ һанлы кистәрҙең береһендә (йәғни 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) Ҡәҙер төнө көтөлә. Ҡайһыһындыр айырып күрһәтеү хаҡ түгел. Ни өсөн тигәндә, Аллаһ Тәғәләнән был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм изге айҙың һуңғы 10 төнөн тотошлай ғибәҙәттә үткәрер булған.

Раббыбыҙҙың Ҡәҙер кисенең тәғәйен ваҡытын сер итеп ҡалдырыуында ҙур хикмәт ята. Әгәр ҙә әҙәм балаһы был төндөң ҡасан икәнен белһә, башҡаларын иғтибарһыҙ ҡалдырыр, һөҙөмтәлә бихисап әжер-сауаптан мәхрүм ителер ине. Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, Ҡәҙер кисе бүтәндәргә оҡшамаған. Ул бик яҡты була. Ай менән йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, еләҫ ел ләззәт бирә. Әҙәм балаһы күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә. Йөрәгендә иман нуры арта, уҡыған намаҙҙарынан илаһи рәхәтлек ала.

“Йә, Рәсүлуллаһ, был мәлдә ниндәй доға ҡылайым?” – тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡатыны Ғәйшә. Пәйғәмбәребеҙ уға “Эй, Раббым, Һин ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарымды ла кисерһәңсе” тигән доғаны уҡырға әйткән.

Ҡәҙер кисендә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. Улар алдағы йылда ниҙәр көтөлөүе хаҡында мәғлүмәт ала. Ошондай мөһим төндөң ҡәҙерен белергә, намаҙ уҡырға, Ҡөрьәнде өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡа таратырға тырышайыҡ. Изге кисте ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыласаҡ.

31 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас: