Бала саҡтан күңеле дингә тартыла
Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе Әлфиә Хәйретдинова Өфө ҡалаһының Дим районындағы “Мәҙинә” мәсете ойошторған Ҡөрьән сүрәләрен уҡыу буйынса бәйгелә призлы 3-сө урын менән баһаланды.
Әлфиә Баязит ҡыҙы ошо мәҙрәсәлә икенсе йыл уҡый. Ул бала саҡтан уҡ намаҙ уҡырға ынтыла, Ҡөрьән уҡыусы әбейҙәрҙе тыңларға ярата, үҙе лә шулар кеүек уҡырға хыяллана. Әсәһе Асия ла ғүмере буйы дини кеше була, доғалар ҡыла, намаҙ уҡый. Әлфиә Хәйретдинова ла биш намаҙҙы ҡалдырмай, ураҙа тота. Ауыл мәсетендә үткән йома намаҙҙарына, дини байрамдарға әүҙем йөрөй.
Ошондай кешеләр күберәк булғанда, динебеҙ, илебеҙ, халҡыбыҙ тип йәшәүселәр һаны артыр, тормошобоҙ тағы ла ҡотлораҡ, йәмлерәк булыр.