Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һуңғы япраҡ (Булған хәл)

-Миңә бик йәл. Әммә улығыҙҙы алып ҡайтһағыҙ ҙа була. Медицина был юлы көсһөҙ. -Нисек унда улай? Уға ни бары 8 йәш! Берәй әмәлен табығыҙ инде. Бәлки, түләүле дауалау? Мин аҡса табам... -Миңә бик ауыр был һүҙҙәрҙе әйтеүе. Әммә юҡ. Алып ҡайтығыҙ улығыҙҙы. Һуңғы көндәре яҡындары янында үтһен. -Доктор, зинһар, үҙенә әйтеп ысҡындырып ҡуймағыҙ.

Һуңғы япраҡ          (Булған хәл)
Һуңғы япраҡ (Булған хәл)

Өлкән табип ҡайғынан һурығып киткән ҡатынға ярай тигәнде аңлатып баш һелкте лә китеп тә барҙы. Уны ҡаты бәғерһеҙлектә ғәйепләп тә булмай. Яман шешкә дусар булған күпме пациент үтә ҡулынан. Һәр береһе өсөн йөрәген өҙһә, үҙе лә күптән йә үлгән йә аҡылдан шашҡан булыр ине.

Ҡатын күҙ йәштәрен һөрттө лә, улы янына инде.

-Беләһеңме, доктор беҙгә бер аҙға ҡайтырға рөхсәт бирҙе.

-Миңәләме?

Малайҙың ап-аҡ ҡағыҙҙай йөҙөндә шатлыҡ осҡоно үтә.

Шулай бер ай ваҡыт үтте. Малай әсәһенән:

-Әсәй, дауаханаға ҡасан барабыҙ? Уколдарҙы үҙең эшләп арып бөтәһең бит. Дауаханаға барайым да ҡуяйым, - тип һораны.

Бәләкәй улының һаман үҙен хәстәрләүен ишетеп, ҡатын көскә түҙҙе.

-Доктор килеп ҡарағас барырбыҙ. Ул әлегә ошо уколдарҙы өйҙә эшләргә ҡушты.

Ҡатын кухняға сығып һыҡтап илап ебәрҙе. Уның янына 12 йәштәге өлкән улы килде.

-Әсәй, минең ҡустым үлеп барамы?

-Эйе, балам...

Ағаһы йоҡлап ятҡан ҡустыһы янына инеп ултырҙы. Ул күҙҙәрен асты ла, ағаһын күреп йылмайып ебәрҙе.

-Ағай, һин әсәйгә әйтмә, йәме, мин үләм тиҙҙән.

-Юҡ, туғаным...

-Ағай, бүлдермә, хәлем юҡ... Һин һаҡла әсәйҙе. Атай беҙҙе ташлап киткәс, уға былай ҙа бик ҡыйын. Күрәһеңме, анау ағастағы һуңғы япраҡ өҙөлөп төшкәс, мин икенсе донъяға күсәм. Теге донъя бар бит, эйе бит, ағай? Һеҙҙе шунан күҙәтермен...

Малай тәҙрәнән көҙгө елгә япраҡтарын ҡоя башлаған ағасҡа ҡараны.

Ағаһы ҡустыһы янынан сыҡҡас оҙаҡ иланы. Туғанына нисек ярҙам итергә икәнлеген уйланы. Ә көндәр һыуына барҙы, ағаста ла япраҡтар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына булып ҡала барҙы. Бер көн унда ни бары өс япраҡ ҡалды.

Малай тәҙрәгә ҡарлы ямғыр бәреүен ҡарап ятты. Ана ул һуңғы япраҡ, ул осоп төшкәс, ул да был донъянан китер. Тик икенсе көнөнә яланғас ағастар араһында бер ағаста ғына һелкенгән яңғыҙ ҡыҙғылт һары япраҡ һаман да бар ине. Малайҙың күҙҙәрендә осҡондар уянды. “Бирешмәйбеҙ әле”,-тип уйлап ҡуйҙы ул ололарса.

Япраҡ әсе елдәргә лә, унан ыжғыр буранға ла бирешмәне. Ғәжәп күренеште күҙәткән малай ҙа ғүмеренә сытырман йәбеште. Бына инде яҙ етеп, ағастар яңынан бөрөләнә башланы. Ә ғүмер сатҡыһы һәм өмөтө булған япраҡ һаман өҙөлөп төшмәне. Сираттағы тикшеренеүҙәргә барғанда доктор малайҙағы ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп иҫе китте. Ә йәй етеүгә малай әкрен генә йөрөй башланы, унан йүнәлеүгә китте. Бер көн үҙен саф һауаға алып сыҡҡан ағаһына:

-Минең япрағым янына барайыҡ әле. Уға рәхмәт әйткем килә,- тине.

Ағаһы әллә нимә эшләп киткәндәй тойолдо, шулай ҙа ағас янына барҙылар. Малай ағаста епкә бәйләнгән яһалма бик матур япраҡты күрҙе. Аптырап ағаһына ҡараны һәм барыһын да аңланы. Ә ағаһы һыуыҡ көҙгө төндә илай-илай ошо япраҡты бәйләп йөрөгәнен, ағастан ҡолап төшкәнен иҫенә төшөрҙө.

Ағалы-ҡустылы ҡосаҡлашып тын ҡалды. Һүҙҙәр артыҡ ине был мәлдә...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:
Читайте нас: