Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәнйеш тигәнең барҙыр...

Үкенеүҙән генә хәҙер файҙа юҡ.

Рәнйеш тигәнең барҙыр...
Рәнйеш тигәнең барҙыр...

Дилә Әхәткә текәлеп уйға ҡалды. Йәш сағында ошо егеттең нимәһенә иҫе китте икән? Шул тиклем дә яратҡайны бит ул уны. Медицина училищеһын тамалап, яңы эш башлаған 19 йәшлек сағы күҙ алдына килде. Башын юғалтып ғашиҡ ине бит ҡыҙ. Киләсәген бары тик Әхәт менән күрҙе. Ауырға ҡалғас та, йәһәтерәк был хәбәрен һөйгәненә еткерергә ашыҡты. Үкенескә ҡаршы, Әхәтте генә яңылыҡ  һөйөндөрмәне.

–Дилә, минең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым бар. Диплом яҡлау менән өйләнешәбеҙ. Ике яҡтан да әле туйға әҙерләнәләр. Ҡайным мәктәп директоры, беҙгә эш урындары әҙерләп көтөп тора.Тиҙҙән  балабыҙ буласаҡ. Беҙҙең тормошто боҙма, Дилә. Бар табипҡа, әле сабыйыңдан ҡотолорға һуң түгел! – тине Әхәт.

–Ни өсөн  сабыйыңдан? Ул минеке генә түгел бит, һинеке лә! Ниңә тап миндәге бала ғына артыҡ, кәрәкмәй һуң һиңә? – Дилә һүҙен әйтеп бөтә алманы күҙ йәштәренә быуылып илай-илай эштән бирелгән ятағына ҡарай йүгерҙе.

Ярай ҙа, төрлө хәлдә лә  уны аңлаған ата-әсәһе булды эргәһендә. Күңелендәген түгелеп әсәһенә һөйләп биргәс, ҡыҙын ҡосағына алып бергәләп илаштылар.

–Балам, тыныслан. Кеше хаталанмай тормай. Бәләкәсте үҫтерергә ярҙам итербеҙ. Һин әле йәш, осратырһың үҙеңдеңә тиң бәхетеңде, –тип яҡындары терәк булды.

Улы донъяға килгәнсе үк ата-әсәһе ярҙамы менән ипотекаға фатир һатып алды. Дилә бәләкәсен яңы йортҡа алып ҡайтты. Бер йәш ярым тулыуға элекке урынына эшкә сыҡты. Шулай итеп йөрәк яраһы баҫыла төштө. Үҫкән һайын улы Раянға ҡарап һөйөнөп бөтә алманы, тормошоноң мәғәнәһенә, йәменә әүерелгәйне ул.

 Әсәһе дөрөҫ әйткән булып сыҡты. Осратты Дилә үҙенә лайыҡлы егетте. Институттан һуң ошо дауаханала эшләп йөрөгән Илшат исемле йәш табип ине ул. Ҡатын -ҡыҙ бәхетен бөтә тулылығы менән татыны Дилә кейәүгә сыҡҡас. Бер бөтөн булып, бер-береһенә ҡәҙерле булып йәшәп алып китте улар. Раяндан башҡа, Зилә менән Рөстәм исемле балалары ла донъяға килде. Был иһә  ғаиләнең бәхетен тағы ла бөтөнөрәк итте.

Хәҙер инде балалары үҫеп бөткән. Өлкәне Раян  медицина юлынан китте. Кеселәре лә һөнәр алып эшләп йөрөйҙәр.

Ике йыл элек ирен ҡарттар йортона етәксе итеп күсергәс, Дилә лә  ошо учреждениеға медсестра булып килде. Хаҡлы ялға сыҡһа ла эшен дауам итә, оло йәштәгеләрҙе ҡарауы уға нығыраҡ та оҡшай һымаҡ, кешеләргә  файҙалы булыу күңел ҡәнәғәтлеге бирә уға.

Ә бына бөгөн ҡарттар йортона урынлашырға Әхәт килеп кергәс, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы Дилә. Аҡсаға ҡойоноп, ҙур вазифалар биләп ултыралыр, тип күҙ алдына килтерә ине Әхәтте. Ауырыу ғына, меҫкен генә булып алдында ултырған Әхәтте йәлләп  ҡуйҙы. Хатта нисек был көнгә төшөүе тураһында һорарға ла теләге юғалды.

–Дилә, минең яҙмышымды ла беләһең киләлер. Теге саҡ һине бик рәнйетеп киткәйнем. Шуғалырмы, тормошомдан уңманым. Барыһы ла яҡшы ғына бара ине бит. Улым тыуҙы, яҡшы эшкә урынлаштыҡ, ҡайным йорт һалышып бирҙе, үҙенең урынына мине директор вазифаһына әҙерләне. Етеш, яҡшы тормош та һынау икән ул. Улыбыҙ бер бөртөк кенә булғанғамы, әллә теләгән нәмәһе ауырлыҡһыҙ алдына килеп торғанғамы, иркә һәм холоҡһоҙ булып үҫте. Әсәһен дә, мине лә тыңламаны. Мәктәпте тамамлағас та, һөнәр алырға, уҡырға теләмәне. Эшһеҙ өйҙә ятыу уға уңайлыраҡ ине. Ҡатынымдың да йөрәген аҙ ашаманы. Шуғалырмы ҡатыным  50 йәшкә лә етмәй, йөрәк сиренән мәрхүм булды. Әсәһенең үлеме лә уйландырманы улымды, етмәһә, эске менән мауыға башланы, баҫылып ҡына бер урында ла эшләмәне. Минең пенсиямды ла тартып ала башлағас, башҡаса сыҙар хәлем ҡалманы, ҡарттар йортона урынлаштырыуҙарын һорап ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт иттем. Улар бында килергә ярҙам итте. Ғүмеремдең һуңғы көндәрен тыныслыҡта үткәрәһем килә, һаулығым да ҡалмаған бит инде хәҙер. Һине рәнйетеүем һуңғы йылдарҙа бигерәк тә йыш иҫкә төштө. Ләкин тормош ағымын ҡабаттан үтеп булмай шул. Кисерә алһаң, зинһар, ғәфү ит, мине, –тип бер тында тормош юлын һөйләп Диләгә ҡарап тынып ҡалды.

–Эйе, ул саҡта минән дә бәхетһеҙерәк кеше юҡ һымаҡ ине. Йөрәгемдең әрнеүҙәренә нисек кенә түҙгәнмендер? Хәҙер барыһы ла артта инде. Донъя бер алдын, бер артын күрһәтә тигәндәй, мине генә түгел, улымды ла ҡәҙерләп кенә йәшәткән үҙемдең яртымды осраттым мин. Һиңә сыҡһам, бәлки, улай бәхетле лә булмаҫ инем, шуға ғәфү үтенергә лә кәрәкмәй. Теге саҡта ҡотолорға тәҡдим иткән улың юғалып ҡалманы, Әхәт. Бөгөн Өфөләге бер дауахананың баш табибы. Ғорурланыр инең улыңды күрһәң. Бәлки, күрешергә лә яҙыр, – тине Дилә, бәхетле йылмайып.

Был юлы Дилә тормошона ҡәнәғәт булып, бәхетенән балҡыны, ә Әхәттең, киреһенсә, йөрәге һыҡраны, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне, бушҡа үткән ғүмеренә күңеле әсене.

Ә бит Дилә менән Әхәттең һуңғы күрешеүенән яҡынса 35 йыл тирәһе ваҡыт үткәйне. “Донъя үҙе тигеҙләй” тип халыҡ белмәй әйтмәгән шул...

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева.
 
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2024-03-24/r-nyesh-tig-ne-bar-yr-3698314
Автор:
Читайте нас: