Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сихырҙан һаҡлаусы доғалар

Аллаһ Тәғәлә Үҙенең ҡолдарына оло рәхмәтен насип итеп, сихыр зәхмәтенән һаҡланыу һәм зыяны тигән ваҡытта дауаланыу юлдарын өйрәткән.

Сихырҙан һаҡлаусы доғалар
Сихырҙан һаҡлаусы доғалар

Сихырҙан һаҡлаусы аяттар һәм сүрәләр
Аллаһ Тәғәлә Үҙенең ҡолдарына оло рәхмәтен насип итеп, сихыр зәхмәтенән һаҡланыу һәм зыяны тигән ваҡытта дауаланыу юлдарын өйрәткән. Сихырҙан һаҡланыуҙың иң көслө сараһы — доға һәм Аллаһты зикер итеү (иҫкә алыу), Аятүл-Күрси, «Ихлас», „Фәләҡ"һәм «Нәс „сүрәләрен уҡыу:
1-Аятүл-Күрси — Ҡөрьәндәге иң бөйөк аят. Шуға күрә, уны һәр фарыз намаҙдан һуң һәм йоҡо алдынан уҡырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: „Йоҡларға ятҡанда Аятүл-Күрсине уҡыған кеше өҫтөндә төн буйы Аллаһтың әмере буйынса килгән һаҡсы буласаҡ һәм иртә еткәнсе шайтан уға яҡын килә алмаҫ».
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيم
اللَّهُ لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ الْحَيُّ الْقَيُّومُ لَا تَأْخُذُهُ سِنَةٌ وَلَا نَوْمٌ لَّهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ مَن ذَا الَّذِي يَشْفَعُ عِندَهُ إِلَّا بِإِذْنِهِ يَعْلَمُ مَا بَيْنَ أَيْدِيهِمْ وَمَا خَلْفَهُمْ وَلَا يُحِيطُونَ بِشَيْءٍ مِّنْ عِلْمِهِ إِلَّا بِمَا شَاءَ وَسِعَ كُرْسِيُّهُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضَ وَلَا يَئُودُهُ حِفْظُهُمَا وَهُوَ الْعَلِيُّ الْعَظِيمُ
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
255. Аллааһу ләә иләәһә илләә һүүәл-хәй- йүл-ҡаййүүмү ләә тәьхуҙүһү синәтүү-үә ләә нәүмүл-ләһү мәә фи-ссәмәәүәәти үә мәә фил-ардыи мәң ҙәлләҙии йәшфәғү ғиңдә-һүү илләә би'иҙниһи йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм үә ләә йүхиитуунә би-шәй'им-мин ғилмиһии иллә бимәә шәә'ә үәсиғә курсиййүһү-ссәмәәүәәти үәл-арда үә ләә йә'үү-дүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-ғәлиййүл-ғәҙыиим.
255. Алланан башҡа илаһ юҡ! Ул тере, мәңге йәшәй. Ут йоҡомһорауҙы ла, йоҡлауҙы ла белмәй. Күк менән Ерҙәге бөтә нәмә — Уныҡы. Кем Алла ҡаршыһында яҡлаша ала? Уның Үҙ рөхсәтенән башҡа бер кем яҡлаша алмай. Хәҙерге кешеләрҙән әүәле ни булғанын да, уларҙан һун ни булырын да Алла белә. Алла белгәнде һис кем тотош белә алмаҫ, Ул теләгән хәтле генә белер. Уның тәхете Күкте лә. Ерҙе лә биләй. Шуларҙы һаҡлау Уға һис тә ауыр түгел. Ул олуғ һәм бөйөк!

2. Әл — Ихлаас сүрәһе.
Сүүратүл – Ихлаас
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيم
قُلْ هُوَ اللَّهُ أَحَدٌ
اللَّهُ الصَّمَدُ
لَمْ يَلِدْ وَلَمْ يُولَدْ
وَلَمْ يَكُن لَّهُ كُفُوًا أَحَدٌ
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡуль һүүә-ллааһу әхәд.
2. Аллааһу-ссамәд.
3. Ләм йәлид үә ләм йүүләд.
4. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәд.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1. Әйт: «Алла — Ул берәү,
2. Алла мәңгелек.
3. Ул тыуҙырмаған да, тыумаған да,
4. бер кем дә Уға тиң булмаған!» — тиең.

3. Әл-Фәләҡ сүрәһе.
Сүүратүл — Фәләҡ
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيم
قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ الْفَلَقِ
مِن شَرِّ مَا خَلَقَ
وَمِن شَرِّ غَاسِقٍ إِذَا وَقَبَ
وَمِن شَرِّ النَّفَّاثَاتِ فِي الْعُقَدِ
وَمِن شَرِّ حَاسِدٍ إِذَا حَسَدَ
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ.
2. Мин шәрри мәә халәҡ.
3. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб.
4. Үә мин шәрри-ннәффәәҫәәти фил-ғүҡәд.
5. Үә мин шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1. Әйт: «Тан Раббыһына һыйынам
2. Ул бар иткәндең яуызлығынан,
3. төн ҡараңғылығы яуызлығынан,
4. сихырсы яуызлығынан,
5. хөсөтсө көнсөллөк (һәм хөсөтлөк) ҡылған ваҡыттағы яуызлығынан!» — тиең.

4. Ән-Нәәс сүрәһе.
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ
قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ النَّاسِ
مَلِكِ النَّاسِ
إِلَهِ النَّاسِ
مِن شَرِّ الْوَسْوَاسِ الْخَنَّاسِ
الَّذِي يُوَسْوِسُ فِي صُدُورِ النَّاسِ
مِنَ الْجِنَّةِ وَالنَّاسِ
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ҡуль әғүүҙү бирабби-ннәәс.
2. Мәлики-ннәәс.
3. Иләәһи-ннәәс.
4. Мин шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс.
5. Әлләҙии йүүәсүисү фии судүүри-ннәәс.
6. Минәл-джиннәти үә-ннәәс.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1. Әйт: «Кеше Раббыһына һыйынам,
2. кеше батшаһына,
3. кеше илаһына
4. Иблистең яуыз ҡотҡоһонан,
5. кеше күңелен аҙҙырған ҡотҡонан,
6. ен менән кешенән!» — тиең.

5. «Баҡара» сүрәһенең һуңғы ике аяты (Әмәнә расүлү)
285. آمَنَ الرَّسُولُ بِمَا أُنزِلَ إِلَيْهِ مِن رَّبِّهِ وَالْمُؤْمِنُونَ كُلٌّ آمَنَ بِاللَّهِ وَمَلَائِكَتِهِ وَكُتُبِهِ وَرُسُلِهِ لَا نُفَرِّقُ بَيْنَ أَحَدٍ مِّن رُّسُلِهِ وَقَالُوا سَمِعْنَا وَأَطَعْنَا غُفْرَانَكَ رَبَّنَا وَإِلَيْكَ الْمَصِيرُ
286. لَا يُكَلِّفُ اللَّهُ نَفْسًا إِلَّا وُسْعَهَا لَهَا مَا كَسَبَتْ وَعَلَيْهَا مَا اكْتَسَبَتْ رَبَّنَا لَا تُؤَاخِذْنَا إِن نَّسِينَا أَوْ أَخْطَأْنَا رَبَّنَا وَلَا تَحْمِلْ عَلَيْنَا إِصْرًا كَمَا حَمَلْتَهُ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِنَا رَبَّنَا وَلَا تُحَمِّلْنَا مَا لَا طَاقَةَ لَنَا بِهِ وَاعْفُ عَنَّا وَاغْفِرْ لَنَا وَارْحَمْنَا أَنتَ مَوْلَانَا فَانصُرْنَا عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِرِينَ
285. Әәмәнә-ррасүүлү бимәә үңзилә иләйһи мир-раббиһи үәл-мүьминүүнә күллүн әәмәнә билләәһи үә мәләә'икәтиһи үә күтүбиһи үә русүлиһи ләә нүфәрриҡу бәйнә әхәдим-мир-русүлиһи үә ҡаалүү сәмиғнәә үә әтағнәә ғуфраанәкә раббәнәә үә иләйкәл- мәсыиир.
286. Ләә йүкәл-лифү-ллааһу нәфсән илләә үсғәһәә ләһәә мәә кәсәбәт үә ғәләйһәә мәктәсәбәт раббәнәә ләә тү'әәхыиҙнәә ин нәсиинәә әү ахтаьнәә раббәнәә үә ләә тәхмил ғәләйнәә исран кәмәә хәмәлтәһү ғәлә-лләҙиинәз миң ҡаблинәә раббәнәә үә ләә түхәммилнәә мәә ләә тааҡатә ләнәә биһи үәғфү ғәннәә уағфир ләнәә уархәмнәә әңтә мәүләә-нәә фәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәә
6. Көндөҙ һәм төндә һәр ваҡыт әлеге доғаны уҡырға кәрәк:
Әғүүҙү бикәлимәәтил-ләәһит-тәәммәәти мин шәрри мәә халәҡ.
Аллаһ барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтарҙан Уның камил һүҙҙәре менән Һыйынам.
Был һүҙҙәрҙе юлда һәм берәй өйҙә туҡтағанда ла әйтергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: „Юлда йәки берәй өйҙә туҡтағас, „Аллаһ барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтарҙан Уның камил һүҙҙәре менән һыйынам“, тип әйткән кешегә юлға ҡуҙғалғансы бер нәмәлә зыян килтерә алмаҫ».
7. Иртән Һәм кисен 3 тапҡыр был доғаны уҡырға кәрәк:
Бисмилләәһил- ләҙии ләә йадурру мәғәсмиһи шәй-үн фил- арди үә ләә фис-сәмәәә-и үә һүәс-сәмииғул-ғәлиим.
Аллаһ исеме менән, Уның исеме менән ерҙә лә, күктә лә һис нәмә зарар килтерә алмай. Сөнки Ул — һәр нәмәне ишетеүсе, Белеүсе.
Был аят һәм зикерҙәр — уларҙы ихластан Аллаһға ышанып һәм тәүәккәл ҡылып уҡыған кешеләр өсөн сихырҙан һаҡланыуҙың иң мөһим саралары. Был шулай уҡ, һәр ваҡыт Аллаһға доға ҡылып һораған осраҡта, сихыр һәм боҙом зарарым бөтөрөү сараһы ла булып тора.
Хәбәр ителгәнсә, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән:
Аллаһүммә, Раббән-нәәс, әҙһибил-бәс, үәшфи Әнтәш-шәәфии, ләә шифәә-ә илләә шифәә-үкә шифәә-ән ләә йүғадирү саҡамән. Аллааһүммә ишфи ғәбдәкә йәнкә ләкә ғәдүвән әү йәмшии ләкә иләә саләәһ."
Аллаһым! Эй, инсандарҙың Раббаһы! Ауырыуҙы юҡ итеүсе! Ауырыуҙы бөтөрөүсе шифа бир. Шифа биргән бары тик Һин генә. Һинән башҡа шифа бирәсәк бер кем дз юҡтыр. Алланым! Шул ҡолыңа шифа бир ки, Һинең дошманыңа зарар бирһен йәки Һинең ризалығыңды ҡаҙаныу өсөн намаҙ ҡылып йөрәһен.
Әлеге доғаны Джәбраил ғәләйһис-сәләм Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмде дауалау өсөн 3 тапҡыр әйткән:
“Бисмилләәһи арҡыыкә мин күлли шәй'ин йуъҙиикә мин шәрри күлли нәфсин әү ғәйнин хәәсид. Аллааһүммә йәшфиикә, бисмилләәһи әрҡыыкә. ”
Һиңә ҡайғы, язаланыу биргән һәр көнләшкән нәфестән йәки күҙ тейеүҙән Аллаһтың исеме менән һиңә шифа теләйем. Аллаһ һиңә шифа бирһен. Аллаһтың исеме менән һиңә шифа теләйем.

Сихырҙы бөтөрөүҙең иң ҡулай сараһы — уның сығанағы (мәҫәлән: мендәр эсенә һалынған сәстәр, төйөнлө ептәр һ.б.ш.) табыу. Уны табыу, юҡҡа сығарғас, сихыр үҙ көсөн юғалта.
Былар барыһы ла — Ислам тарафынан рөхсәт ителгән сихырҙан һаҡланыу саралары. Ләкин ендәргә ҡорбандар килтереүсе, уларға табыныусы сихырсыларға мөрәжәғәт итеү тыйылған. Сөнки был ширек һәм шайтан ғәмәле. Сихырҙан дауаланыу өсөн шулай ук күрәҙәселәргә лә мөрәжәғәт итергә ярамай. Сөнки улар йәшеренде белеүгә дәғүә итеүсе иманһыҙ ялғансылар ғына. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итеү һәм уларға ышаныуҙан тыйыуы хаҡында беҙ юғарыла иҫкә алған инек инде.
Шулай уҡ сихыр зәхмәтен бөтөрөүҙе һорап һиңә сихырҙы эшләгән сихырсыға йәки башҡа бер сихырсыға мөрәжәғәт итергә лә ярамай. Сихырсыға ҡаршы — сихыр ҡулланырға ярамай. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән һорағас, ул: „Был — шайтан ғәмәле тигән. (Имам Әхмәд һәм Әбү Дауыт еткергән)
Сихыр зыянынан ҡотолоу өсөн Исламда рөхсәт ителгән доғалар, өшкөрөүҙәр һәм дауалар ҡулланырға мөмкин. Ибн әл-Ҡайим һәм Ғәбдурахман ибн Хәсән (үҙенең „Фәтхүл — Мәжид "китабында) кеүек мәшһүр ғәлимдәр был хаҡта әйткәндәр.
Аллаһ Тәғәләнән мосолмандарға уңыштар һәм сәләмәтлек биреүен, үҙҙәрен һәм диндәрен яманлыҡтарҙан һаҡлауын һорайбыҙ. Аллаһтың илсеһе Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә Алааһының салауаты һәм сәләме булһын.

НАЗИР Сабитов

https://vk.com/wall-169816265_1202 

Автор:
Читайте нас: