Даирә
+24 °С
Ямғыр

Ураҙала нисек туҡланырға?

Ураҙа тотҡан көн ауыҙ асыу – ифтар менән тамамлана. Ул ҡояш байыу менән башлана, һуңға ҡалдырырға ярамай. Мөхәммәт пәйғәмбәр аҡшам намаҙын уҡыр алдынан яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә емеше (финик) менән ауыҙ асҡан, ул булмаһа, ябай һыу эскән, шуға күрә ифтарҙы хөрмә йә һыуҙан башлау сөннәт һанала.

Ураҙала нисек туҡланырға?Ураҙала нисек туҡланырға?
Ураҙала нисек туҡланырға?

Халҡыбыҙҙа тоҙ йәки хөрмәнән (финик) башҡа берәй емеш менән ауыҙ асыу ҙа ғәҙәти хәл булып тора.
Ололар, был ваҡытта ҡышҡы юлда булып, ҡул аҫтында башҡа ризыҡ булмағанда, ҡар ҡабып булһа ла ауыҙ асырға кәрәк, тип әйтә торғайны, сөнки ураҙанан сығыуҙы һуңлатырға ярамай.
Ауыҙ асырға ашҡа саҡырыу йолаһы туғандар һәм дуҫтар менән араларҙы яҡынайта, тәрбиәүи мәғәнәгә лә эйә, айыҡ табындар йыйыу үрнәге.
Көнө буйы ризыҡ ҡапмай, һыу эсмәй йөрөгән кеше бигерәк тә йәй көнө ифтарҙы көтөп ала. Ғәҙәттә, табын мул әҙерләнә. Тик, нисек кенә асыҡҡан, һыуһаған булһағыҙ ҙа, һаулыҡҡа зыян килтермәҫлек итеп туйынырға кәрәк.
Башта емешме, тоҙмо ҡабып, һыу ғына эсеп ҡуйырға ла аҡшам намаҙын уҡып алырға тәҡдим ителә. Был ашҡаҙанға стресс эшләмәү өсөн кәрәк. Намаҙҙан һуң ғына башҡа ризыҡ ҡабул итә башлау яҡшы. Ойоған һөт, ҡатыҡ кеүектән башлаһағыҙ, ашҡаҙанға ауыр буласаҡ.
Ҡыҙҙырылған, ныҡ майлы, үткер тәмле, ныҡ боросло ризыҡ ашамаҫҡа тәҡдим ителә. Ыҫланған ашамлыҡтар, консервалар ҙа һыуһатыусан була. Ифтарға еңел ашамлыҡтар: һимеҙ булмаған тауыҡ һурпаһынан аш, быҡтырылған йәшелсә, боҫратып бешерелгән ризыҡтар иң ҡулайы.
Ҡамыр ашы, газлы һыу менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Башта һыу эсеп ебәреү яҡшы булһа ла, ашағандан һуң һыуҙы күпмелер ваҡыт үткәс кенә эсеү яҡшыраҡ, сөнки ул ашҡаҙан һутын шыйығайтып, ризыҡ эшкәртеүгә ҡамасаулаясаҡ. Иң яҡшыһы – тәрәүих намаҙы ваҡытында бүлеп-бүлеп эсеү. Һыу яйлап үҙләштереләсәк һәм көндөҙ һыуһамаҫҡа ярҙам итәсәк.
Авторы - Гүзәл Ситдиҡова.
Ашау тураһында уйламайым тип, көн буйы йоҡлап ятһаң...
Рамаҙан айында насарлыҡ килтергән барлыҡ эштәрҙән ары торорға кәрәк.
Мәҫәлән, телевизорҙан “күңелле” шоуҙар ҡарау, дингә, тәрбиәгә ҡағылышы булмаған мәғәнәһеҙ сараларҙа ҡатнашыу, буштан-бушҡа урам ҡыҙырып йөрөү, ҡыл ҡыбырлатмайынса көндәр буйы йоҡлап ятыу һәм башҡалар.
Ҡайһы бер кешеләр өсөн Рамаҙан - төнгө намаҙҙар, ғибәҙәттәр айы - көндөҙгө йоҡо осорона әйләнә (йәнәһе, йоҡлаһаң, ашау тураһында уйламайһың). Бындай ғәмәлдәргә динебеҙ ҡаршы. Рамаҙан айын барыбыҙ ҙа лайыҡлы үткәрәйек, ҡушылғандарҙы теүәл атҡарайыҡ, иншаллаһ.

Автор:
Читайте нас