Даирә
+24 °С
Ямғыр

Ураҙаң тартып алынмаҫ

"Аллаһ Тәғәлә ураҙаны Үҙе өсөн тип билдәләгән, ә әҙәм балаһының ҡалған эштәрен – йәғни, ураҙанан башҡаһын – әҙәм балаһының үҙенә ҡалдырған.

Ураҙаң тартып алынмаҫУраҙаң тартып алынмаҫ
Ураҙаң тартып алынмаҫ

"Әҙәм балаһының бөтә эштәре лә – уның үҙе өсөн. Ураҙанан башҡа, ул иһә – Минең өсөн", – ти Аллаһ Тәғәлә (әл-Бохари, "Сахих", 1904; Мөслим, "Сахих", 1151).

Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә бөтә эштәр араһынан ураҙаны айырып алған, сөнки ул – йәғни ураҙа – ихласлыҡ йәһәтенән ғибәҙәттәрҙең иң олоһо, ул – кеше менән уның Раббыһы араһындағы сер. Сөнки кешенең ураҙа тотамы, тотмаймы икәнен [тыштан] белеп булмай. Ул кешеләр менән бергә килә, китә, сыға, инә, әммә бер нәмәһе лә беленмәй, уның нимә ниәт иткәне – эсендә. Шуның өсөн дә ураҙа – ихласлыҡ йәһәтенән иң олоһо, шуға ла уны Аллаһ бөтә эштәр араһынан айырып алған.

Бәғзе ғалимдар әйтеүенсә, [хәҙистең] мәғәнәһе: кешенең икенсе бәндәләргә ҡарата золомдары булып, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә уның изге эштәрен шул бәндәләр файҙаһына [тартып] алған саҡта, ураҙаға ғына тейелмәйәсәк, ураҙаның ғына бер нәмәһе лә алынмаясаҡ. Сөнки ул – Аллаһ Тәғәләнеке, кешенеке түгел. Һәм был – яҡшы аңлатма. Йәғни, ураҙаның сауабы тулыһынса уның хужаһына (уны тотоусы кешегә) буласаҡ һәм мәхлүктәргә золом килтергәне өсөн уның бер нәмәһе лә [тартып] алынмаясаҡ".

 

✍ Шуға, ҡәрҙәштәр, ураҙабыҙға ныҡ иғтибарлы ҡарайыҡ, һәр көнөнөң ҡәҙерен беләйек, әжерҙәрен һаҡлайыҡ, ашҡаҙаныбыҙ ас йөрөп тә, күҙ-ауыҙҙарыбыҙ гонаһ ҡылып, ураҙаның сауаптарын тәләфләмәйек. Аллаһ һаҡлаһын, Ҡиәмәт көнөндә бөтә изге эштәребеҙ икенсе кешеләр файҙаһына тартып алынып, янда ураҙабыҙ ғына тороп ҡалған саҡта, ул бөтә гонаһ эштәребеҙҙе Үлсәүҙәрҙә еңеп сығырлыҡ булһын.

Автор:
Читайте нас