Мәҫәлән, телевизорҙан “күңелле” шоуҙар ҡарау, дингә, тәрбиәгә ҡағылышы булмаған мәғәнәһеҙ сараларҙа ҡатнашыу, буштан-бушҡа урам ҡыҙырып йөрөү, ҡыл ҡыбырлатмайынса көндәр буйы йоҡлап ятыу һәм башҡалар.
Ҡайһы бер кешеләр өсөн Рамаҙан - төнгө намаҙҙар, ғибәҙәттәр айы - көндөҙгө йоҡо осорона әйләнә (йәнәһе, йоҡлаһаң, ашау тураһында уйламайһың). Бындай ғәмәлдәргә динебеҙ ҡаршы. Рамаҙан айын барыбыҙ ҙа лайыҡлы үткәрәйек, ҡушылғандарҙы теүәл атҡарайыҡ, иншаллаһ.
Иртәгәгә, 20 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).
Фото: islam.ru