- Изге Рамаҙан айы башланыуға бер аҙна ғына үтте. Ошо бер аҙна ураҙа тотоуым ваҡытында ғүмер буйы ыҙалаған проблемамдан ҡотолдом, шөкөр.
Бала саҡтан эс ҡатыуы менән яфаланам. Уның һөҙөмтәһе булып, геморрой сире лә барлыҡҡа килде. 45 йәшемә тиклем бер ҡасан да ураҙа тотҡаным юҡ ине. Быйыл ниәтләнем һәм, беләһегеҙме, тәүге көндән үк, ғүмер буйы ыҙаланған проблемам ҡул менән һыпырып алған кеүек юҡ булды, Аллаһҡа шөкөр. Кемдәр минең кеүек ыҙалай, ураҙа тоторға кәңәш итер инем.
Ниәтләп тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын! Донъяларыбыҙ тыныс, имен, күктәребеҙ аяҙ булһын! Раббыбыҙ биргән еңеллектәрҙән файҙаланайыҡ, Ул тыйғандарҙан тыйылайыҡ. Изге доғаларыбыҙ ҡабул булһын, иншаллаһ!
Исемем сер булып ҡалһын. Рәхмәт! - тип яҙалар беҙгә.