Ураҙа тотҡанда аңғармаҫтан нимәлер ҡабып йә эсеп ебәреүең ихтимал. Был саҡта нимә эшләргә?
"Кем дә кем, ураҙа тотоп йөрөгәнен хәтерҙән сығарып, аңғармаҫтан нимәлер ҡабып йә эсеп ебәрһә, әммә ғибәҙәттә икәне иҫенә төшөү менән шундуҡ ризыҡланыуҙан туҡтаһа, уның ураҙаһы боҙолмай. Ул тиҙ генә ауыҙын сайҡатып, ураҙаһын дауам итергә тейеш. Әгәр инде иҫенә төшкәндән һуң да нимәлер йотһа, ураҙаһы боҙола, тимәк, аҙаҡ өҫтәп тоторға кәрәк була", тиелә дини китаптарҙа.
Рамаҙан айын барыбыҙға ла лайыҡлы үтергә яҙһын!
15 мартҡа, ифтар, сәхәр, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостанмосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).
Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты.