Артабан инәй ҡаршыһында ултырған бер әбейҙе күреп ҡалған. Фәрештәләр килеп уның эҫе ашын ергә ҡойоп китәләр икән. “Ҡыҙым, минең туғандарыма әйт әле, хәйергә берәй һауыт бирһендәр. Ҡалағын да онотмаһындар”,-тигән ул.
Инәй ожмахта ултырған мәрхүмдәрҙе лә күргән. Улар хәйергә төшкән ҡулъяулыҡтар менән ҡулын һөртөп, аят уҡытып торған өсөн балаларына рәхмәттәрен белдергән.
Әшәкелек ҡылған, кеше менән булышҡан, ғәйбәт һөйләгән кешеләрҙең телдәренән аҫылынып тороуын күреп инәйҙең ҡото осҡан. Ул мәрттән уяныу менән теге ирҙең һәм әбейҙең хәлен туғандарына һөйләгән. Улар инәйгә ышанып шунда уҡ аяттар уҡытҡан. Әбейҙең балалары хәйер итеп сеүәтә һәм ҡалаҡ та биргән. Инәйгә теге ир төшөнә ингән: яңы күлдәктә, ҡәнәғәт төҫ менән. Әбейҙе лә ҡыуана икән тип күргән. Тимәк, риза булғандар.
Байрамдар етһә, һәр саҡ бүләк өләшәбеҙ. Шул саҡта мәрхүм атайым, әсәйем өлөшө тип әйтеп бирһәк ине. Урыҫ халҡы гел сеүәтә-ҡалаҡ эсенә ризыҡ һалып өләшә икән.
С.
https://vatandash.ru/articles/proza/2024-01-15/teld-ren-n-a-andar-3603080