Даирә
+24 °С
Ямғыр

Имам-хатибтар кәңәш ҡорҙо

Ҡырмыҫҡалы мәсетендә квалификацияны күтәреү буйынса күсмә курс үтте. Унда дин белгестәре һәм Ауырғазы, Әлшәй, Шишмә, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы райондарының дин әһелдәре ҡатнашты.

Имам-хатибтар кәңәш ҡорҙоИмам-хатибтар кәңәш ҡорҙо
Имам-хатибтар кәңәш ҡорҙо

Имам-хатибтар кәңәш ҡорҙо

Ҡырмыҫҡалы мәсетендә квалификацияны күтәреү буйынса күсмә курс үтте. Унда дин белгестәре һәм Ауырғазы, Әлшәй, Шишмә, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы райондарының дин әһелдәре ҡатнашты.

Ҡырмыҫҡалы ауылы мәсе­тенең имам-хатибы Ирек Әбүталипов доға ҡылғас, Әл­шәй, Благовар, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы районда­ры имам-ахуны Мәүлетдин хәҙрәт Мостазапов йыйылышты асып:

- Изге айҙарҙа, изге көн­дәрҙә йыйылыштыҡ. Тиҙҙән көтөп алған Рамаҙан айы ты­уасаҡ. Уға үҙебеҙҙе әҙерләйек. Барыбыҙға ла ҡалдырмайынса ураҙа тоторға яҙһын, мәсет­тәребеҙҙең ишеге һәр саҡ асыҡ булһын. Ҡыҙғанысҡа, ҡайһы саҡ намаҙ ваҡытында мәсеттәргә киләбеҙ, ә унда ишектәр бикле. Хатта, ҡары ла көрәлмәгән була. Ошондай хәлдәр булмаһын ине, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе һәм район хакимиәте башлығы урын­баҫары Гөлнара Иҫәнбаеваға һүҙ бирҙе.

- Ҡырмыҫҡалы районында 13-тән артыҡ милләт халҡы дуҫ һәм татыу йәшәй. Районда 35 типовой мәсет, 7 ғибәҙәтха­на (тағы береһе рәсмиләште­релеү стадияһында). Уларҙың барыһының да документтары теүәл. Мәсеттәрҙә эшләп кил­гән курстарҙа 24 ҡатын-ҡыҙ, 11 ир-егет, 28 бала белем ала. Бөтә балаларға ла дин ни­геҙҙәрен өйрәтергә тейешбеҙ. Шулай ҙа был нигеҙ балаларға күберәк ғаиләнән бирелә. Улар ата-әсәһенән өлгө ала. Шуға күрә, иң мөһиме – ғаиләләр менән эшләү. Ата-әсәләр өйҙә туған телгә, дингә һөй­өү тәрбиәләргә бурыслы. Әл­биттә, көсләп өйрәтеү дөрөҫ түгел. Быларҙың барыһы ла күңелдә, йөрәктә булырға тейеш. “Айыҡ ауыл” конкур­сы сиктәрендә һәм, ғөмүмән, сәләмәт тормош алып ба­рыу һорауҙары буйынса рай­он имам-хатибтары менән берлектә эшләйбеҙ, - тине сығышында Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы һәм мәктәптәрҙә хәләл туҡланыу һорауына ла бер аҙ туҡталып үтте.

Артабан һүҙен дауам ит­кән Мәүлетдин хәҙрәт үҙе­нең сығышында махсус хәр­би операцияла вафат булған яҡташтарыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу һәм әлеге көн­дә көнүҙәк проблемаларҙың береһе булған мутлашыусы­лар менән бәйле темаларҙы күтәрҙе.

- Мәрхүмдәр менән хуш­лашҡанда иң тәүҙә Ҡөрьән ая­тын уҡып, доға ҡылырға онот­мағыҙ. Унан ғына һүҙегеҙҙе һөйләгеҙ.

Африкала ҡоҙоҡ быраулау өсөн аҡса кәрәк тип, йәиһә тағын нимәлер тип алдап аҡса йыйыусылар байтаҡ. Үҙҙәрен­сә изге эш башҡарабыҙ тип уйлап, күптәр шул иҫәпкә аҡса күсерә, тоҙаҡҡа эләгә. Алдағы көндә үҙеңә енәй­әти яуаплылыҡ буйынса суд юлында йөрөү проблемаһы кәрәкмәһә, кемгә финанс ярҙам күрһәткәнегеҙҙе аныҡ белмәйенсә, аҡса күсермә­геҙ. Таныш булмаған кешеләр шылтыратһа, яуап бирмәгеҙ. Телефон аша “да” тигән һүҙҙе бер ҡасан да әйтмәгеҙ, шыл­тыратып белешмәйенсә, хат­та, таныштарығыҙға ла аҡса күсермәгеҙ, - тигән ялҡынлы телмәр тотто.

Башҡа сығыш яһаусы­ларҙың да яҡынлашып кил­гән изге Рамаҙан айына һәм шулай уҡ мәсеттәргә халыҡты йәлеп итеү мәсьәләләренә ҡағылышлы:

- Мәсет имамдары йәшә­гән йорттоң ишеге ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй­беҙ тиҙәр ҡайһы бер ауыл ке­шеләре. Имамдар мәсеттәрҙә генә түгел, ә иң тәүге сират­та үҙҙәренең йорттарында ла ауыл кешеләрен йыйып ауыҙ астырырға тейеш. Кешеләрҙе мәсеттәргә йәлеп итеү өсөн ауыл имамдары һәр йортҡа инеп, танышып, Ҡөрьән уҡып сыҡһа ла артыҡ булмаҫ. Шул саҡта ғына халыҡтың ихти­рамын яуларһығыҙ һәм улар бик теләп мәсеткә йөрөр, - тигәнерәк һәм башҡа бик күп фәһемле, тос фекерҙәр яңғы­раны был дини йыйылышта.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

Имам-хатибтар кәңәш ҡорҙо
Имам-хатибтар кәңәш ҡорҙо
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас