Даирә
+24 °С
Ямғыр

Гонаһтарҙы йыуып төшөрә һәм йөрәк сирҙәрен дауалай торған дарыу

Ошо дарыуҙы гел әҙерләп көн һайын эсһәң, ул һине был донъялағы һәм әхирәттәге барлыҡ ауырыуҙарҙан һәм афәттәрҙән һаҡлаясаҡ...

Гонаһтарҙы йыуып төшөрә һәм йөрәк сирҙәрен дауалай торған дарыуГонаһтарҙы йыуып төшөрә һәм йөрәк сирҙәрен дауалай торған дарыу
Гонаһтарҙы йыуып төшөрә һәм йөрәк сирҙәрен дауалай торған дарыу

Хәсән әл-Бәсри (Аллаһ уға рәхимле булһын) шундай бер хәлде һөйләне:
Бер көндө беҙ тәҡвә, тәртипле йәш егет менән кәрәк-яраҡтар алырға тип Басра ҡалаһы баҙарына барҙыҡ.

Килеп еткәс, шунда ҡулдарына һыу менән тултырылған һауыттар тотҡан кешеләрҙе һәм улар алдында ултырған өшкөрөүсе ҡартты күрҙек. Йыйылған ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар берәмләп дауалаусы янына килеп, үҙ ауырыуҙары тураһында һөйләне, ул иһә уларға ауырыуҙарының дауалау ысулдарын аңлатып бирҙе. Минең менән баҙарға килгән егет тә өшкөрөүсегә мөрәжәғәт итеп: “Һеҙҙә гонаһтарҙы йыуып төшөрә һәм йөрәк сирҙәрен дауалай торған дарыу бармы?” – тип һораны. Бабай “әйе” тигәс, егет унан шул дарыуҙы биреүен үтенде. Уның үтенесенә дауалаусы ҡарт былай яуап бирҙе:
- Һиңә яраҡлы рецепт бик ябай. Фәҡирлек һәм тыйнаҡлык ағастары тамырҙарын алып, тәүбә эликсиры менән яҡшылап болғат. Шунан һуң был ҡатнашманы ризалыҡ һауытына һалып, ҡәнәғәтлек туҡмағы менән төйөп ваҡла. Быны тәҡвәлек суйынына бушатып, шунда оялыу һыуы өҫтә. Алға табан суйынды ғибәҙәткә мөхәббәт утына ҡуйып ҡайнатып сығар ҙа, әҙер булғас, шөкөр тәрилкәһенә бушатып, өмөт елләткесе менән һыуытып ал. Унан Аллаһты маҡтау ҡашығы менән ҡап. Ошо дарыуҙы гел әҙерләп көн һайын эсһәң, ул һине был донъялағы һәм әхирәттәге барлыҡ ауырыуҙарҙан һәм афәттәрҙән һаҡлаясаҡ...

Ришат Курамшин әҙерләне

 

https://vk.com/doga_islam?from=search&w=wall-189999443_1736 

Автор:
Читайте нас