Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
16 Февраль 2024, 07:34

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ярлы булғанмы?

Ғаиләле ҡайһы бер ирҙәр, беҙҙең Пәйғәмбәр ﷺ бай булмаған бит, тиеп үҙҙәренә һылтау табып, хөкүмәт биргән пособиеларға ҡәнәғәт булып, эшкә сыҡмайҙар йәки башҡа ерҙән аҡса табырға тырышмайҙар һәм өйҙә ултыралар. Был дөрөҫ фекерме?

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ярлы булғанмы?Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ярлы булғанмы?
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ярлы булғанмы?

 Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ярлы булғанмы?

Һорау: Ғаиләле ҡайһы бер ирҙәр, беҙҙең Пәйғәмбәр ﷺ бай булмаған бит, тиеп үҙҙәренә һылтау табып, хөкүмәт биргән пособиеларға ҡәнәғәт булып, эшкә сыҡмайҙар йәки башҡа ерҙән аҡса табырға тырышмайҙар һәм өйҙә ултыралар. Был дөрөҫ фекерме?

Яуап: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, илле-алтмыш йәшлек булыуына ҡарамаҫтан, яубашсы булараҡ, йылына әллә нисә походҡа сыҡҡан, әллә нисә тиҫтә һуғышта ҡатнашҡан, дәүләт менән идаралыҡ иткән, халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөгән һәм башҡаһы. Бер ваҡытта ла өйҙә тик ятмаған.

Һәр һуғышта алынған табыштың, дәүләт башлығы булараҡ, 1/5 өлөшө уға килеп торған. Ә был бит бик ҙур байлыҡ! Уның ﷺ ҡулында көтөү-көтөү мал, тоҡ-тоҡ хазиналар булған. Әммә Пәйғәмбәр ﷺ шуның бөтәһен дә гел мохтаждар файҙаһына таратып бирер булған, үҙенә бер нәмә лә ҡалдырмаған ﷺ.

Ҙур-ҙур байлыҡтарға эйә булып, шуны саҙаҡа итеп таратып биреп, шул арҡала бай йәшәмәгән кеше менән бер нәмә лә эшләмәйенсә, өйҙә тик ятып, шул арҡала бай йәшәмәгән кеше араһында ныҡ ҙур айырма, туғандар.

 

https://vk.com/club129936953?from=search&w=wall-129936953_3271%2Fall 

Автор:
Читайте нас