+21 °С
Болотло
Намаҙҙы мәжлес алмаштырмай.
Ҡайһы бер кешеләр: "Эйе, беҙ намаҙ уҡымайбыҙ һәм был гонаһыбыҙҙы таныйбыҙ. Шуға күрә лә йылына бер тапҡыр мәжлес йыябыҙ, аят уҡытабыҙ,"- тиҙәр.
Намаҙын уҡымаған кеше көнөнә биш мәжлес уткәрһә лә, һәр береһендә меңәр кеше ашатһа ла, уның Аллаһ ҡаршыһында булған бурысы өҫтөнән төшмәйәсәк.
Көнөнә биш намаҙ - ул һәр бер кеше өсөн фарыз, мотлаҡ! Һәр кеше өсөн! Һәм уны бер ниндәй бүтән яҡшы эш тә алмаштыра алмаясаҡ. Бер ҡасан да! Аҡылға килегеҙ берүк, халыҡ, намаҙға баҫығыҙ инде!