Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балаларға әсә теләктәре

Теләктәрҙе үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ һәм көн дә уҡып теләктәр теләп йөрөгөҙ.

Балаларға әсә теләктәре
Балаларға әсә теләктәре

♥Балаларға әсә теләктәре❤

💕Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит!?

💕Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт! Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир!? Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен бир, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер?!

💕Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр.

💕Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон, беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһын!?

💕Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә үҙебеҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир?! Бәхет башы - тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡлы ит!

💕Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән һәм ялған һүҙҙәрҙән һаҡла?! Юлдарында гел изге кешеләр осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар балаларыбыҙға ҡағылмаһын!?

💕Йә Раббым, балаларыбыҙҙы ниндәйҙер яуызлыҡ ҡылыуҙан, кеше рәнйетеүҙән тый. Үҙҙәрен дә хаҡһыҙ рәнйетмәһендәр, көнсөл-хөсөт кешеләрҙең насар энергияһы теймәһен! Үҙеңдең рәхимең менән һаҡлап йөрөт!

💕Йә Аллам, балаларыбыҙҙы 4 тарафтан фәрештәләрең һаҡлап торһон!? Бәлә-ҡаза, ут-һыу хәүефтәре, һәләкәттәр янамаһын!

💕Йә Аллаһым, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ, күңел шатлығыбыҙ булһа ине!

💕РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп нығыт - Һине яратыусы, һиңә һыйыныусы, ҡушҡаныңды үтәүсе, тыйғаныңдан тыйылыусы булһындар!

💞Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр. Уларға бәхет, тәүфиҡ, ырыҫлы оҙон ғүмер, иман байлығы бир!? Үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙенә ҡарап, тилмерешеп йөрөүҙән һаҡла!

💕Йә Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт аҡыл, мәрхәмәтле йөрәк, шәфҡәт һәм бәрәкәт, алған белемдәрен файҙаланырлыҡ һәләт, тырышлыҡ бир!

💕Йә РАББЫМ, балаларыбыҙҙы түбәнселеккә төшөүҙән, хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай шатлыҡ бир, ул шатлыҡ беҙгә лә етһен, бөтөн яҡындарын һөйөндөрһөн!

💕Йә Аллаһ, балаларыбыҙға зирәк зиһен, күркәм холоҡ, камил аҡыл һәм йомшаҡ күңел бир! Матур фиғел, яҡты йөҙ менән үҙ бәхеттәрен үҙҙәре ҡороп йәшәһендәр! Ҡыҙҙарыбыҙға ир бәхете, Әсә булыу шатлығы, ғаилә йылыһы насип ит!? Улдарыбыҙ ҡатындарынан уңһын, абруйлы атай, ышаныслы йәр булһын. Ил-йортҡа терәк, һәр кемгә үрнәк булһындар!?

💕Йә Аллаһым, бөтөн изге теләктәрем тормошҡа ашып, ошо теләгәндәремде күреп ултырырға яҙһын! Амин!!!

❤Теләктәрҙе үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ һәм көн дә уҡып теләктәр теләп йөрөгөҙ.
Теләктәр ҡабул булһын, балалар имен-һау булһындар🙏

 

https://vk.com/utkarma_yasin?from=search&w=wall-219376564_22961 

Автор:
Читайте нас: